Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Июль 2019, 10:41

Башҡортостанда һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһында закон ҡабул ителде

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биология ресурстары тураһында» законына өҫтәмәләр индереү буйынса законға ҡул ҡуйҙы. Ул һәүәҫкәр балыҡсылыҡ өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтелгән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биология ресурстары тураһында» законына өҫтәмәләр индереү буйынса законға ҡул ҡуйҙы. Ул һәүәҫкәр балыҡсылыҡ өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтелгән.
«Закон дөйөм ҡулланылышлы һыу ятҡылыҡтарында ирекле һәм бушлай һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа граждандарҙың хоҡуғын нығыта, – тине бының турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Шул уҡ мәлдә закон менән һәүәҫкәр балыҡсылыҡта сикләүҙәр, рөхсәт ителгән һәм тыйылған алымдар нығытыла».
Республика парламенты рәйесе быға тиклем һәүәҫкәр балыҡсылыҡ республикала һәм дөйөм федераль кимәлдә идара ителмәне тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ бар Рәсәй буйынса, айырыуса ауыл ерендә ныҡ таралған, – тине Константин Толкачев. – Был һорау Башҡортостан өсөн дә актуаль булып тора. Көньяҡ Уралдың биоресурстарға бай йылға, һыуһаҡлағыстары үҙенә беҙҙең халыҡтан тыш сит төбәк кешеләрен дә йәлеп итә. Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһындағы федераль закондың яҙмышы ла ҡатмарлы. Уны Дәүләт Думаһында ете йыл рәттән ҡаранылар һәм яңыраҡ саҡ ҡабул иттеләр. Беҙ уны тиҙ арала республика закондарына индерҙек».
Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон Дәүләт Йыйылышы тарафынан 28 индә яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында ҡабул ителде. Әле уға БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған һәм үҙ көсөнә ингән. Шулай ҙа закондың төп положениелары 2020 йылдың 1 ғинуарынан ныҡлап эшләйәсәк тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.