Конгэк
+20 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Август 2019, 14:20
Иҙәк йылғаһы тонсоға
Благовещен халҡы Иҙәк йылғаһында һәләк булған балыҡтарҙың фотоһын һәм видеоһын Интернет селтәренә һалған. Районға тикшереү менән белгестәр килгән.Улар урманда ҡоҙоҡ һәм һаҫыҡ шыйыҡлыҡ ағып ятҡан торбалар тапты. Объекттарҙың хужалары әлеге ваҡытта асыҡлана.
Благовещен халығы Иҙәк йылғаһында һәләк булған балыҡтарҙың фотоһын һәм видеоһын Интернет селтәренә һалған. Районға тикшереү менән белгестәр килгән.Улар урманда ҡоҙоҡ һәм һаҫыҡ шыйыҡлыҡ ағып ятҡан торбалар тапты. Объекттарҙың хужалары әлеге ваҡытта асыҡлана.
Тикшереүҙе тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ла башланы. Иҙәк йылғаһы янында ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм химия заводы урынлашҡан. Баштағы тикшереү «Полиэф» заводын ғәйепләне. Республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ғәйеплеләргә яза бирергә вәғәҙә итте.
- Йылғаның бысраныуына юл ҡуйған предприятие республикаға килтерелгән зыянды компенсацияларға тейеш. Үҙҙәренең аңһыҙлығы арҡаһындамы әллә кем менәндер килешепме, билдәһеҙ, быны йәшерергә тырышҡан чиновниктар ҙа яуаплылыҡтан ҡаса алмаҫ. Чиновниктар заманды үҙгәргәнен аңлаһын өсөн миңә тағы нисәүһен эшенән бушатырға кәрәктер, белмәйем», — тине Радий Хәбиров.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты