ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Август 2019, 18:17

Һуңғы осорҙа һаҫыҡ еҫ ҡайҙан сыҡты?

Уҙған аҙнала кистәрен ҡала халҡы һауаның һаҫыҡлығына зарлана башланы. Социаль селтәрҙәрҙә ул еҫтең ҡайҙан барлыҡҡа килеүен асыҡларға теләп ризаһыҙлыҡ белдергән яҙыуҙар барлыҡҡа килде.

Баҡтиһәң, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының оҙаҡ йылдар ятҡан тиреҫен район хужалыҡтары яландарҙы ашларға ташыған. “Түләк, Туғайлы һәм ҡалаға яҡын урынлашҡан башҡа хужалыҡтарҙа яландарға ашлама таратылғандан һуң ер һөрөлгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һауаға анализ үткәрҙе һәм дәүләт аналитика күҙәтеүе идаралығының Стәрлетамаҡ бүлексәһенә ебәрҙе”, - тип район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов социаль селтәрҙәрҙә яуап бирҙе.
Читайте нас: