Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Сентябрь 2019, 14:28
Ҡоштар, ҡоштар
Ҡоштар, ҡоштар…беҙгә лә ҡанат ҡуя улар. Бәлки, һеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер: йәй буйына беҙҙе ҡыуандырған ҡанатлы дуҫтарыбыҙ юғалғанына, бәлки, һеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер.
Бәлки, һеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер: йәй буйына сырҡылдашҡан ҡала ҡарлуғастары август урталарында юҡ булды. Бер улар ғына түгел, әҙер ояларҙа бала сығарған сыйырсыҡтар ҙа юғалды. Шул осор сәйер тамашаға шаһит булдыҡ. Яҙҙан Мәләүез йылғаһын төйәк иткән бер пар ыласын ике балаһы менән беҙҙең баш осонда өйрөлөп-өйрөлөп остолар ҙа хушлаштылар.
Йәй буйы беҙҙе ҡыуандырған ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың беҙҙе ташлап китеүе бер аҙ моңһоуландырҙы. Бына шулай себештәре ҡанат нығытҡас, улар урман яғына ыңғайлай, һуңғараҡ тупҡа тупланып, йылы яҡҡа юллана. Бар ҡоштар ҙа ҡыр ҡаҙҙары йә өйрәктәр кеүек көнө-төнө осмай, улар яйлап, туҡтала-туҡтала барып етәләр.
Яратам мин ҡоштарҙы күҙәтергә - мауыҡтырғыс та, матур ҙа, моңһоу ҙа күренеш. Улар беҙҙе лә ҡанатландыра, дәрт өҫтәй. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тормошо балалар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы, шулай уҡ тәрбиәүи маҡсатта ла фәһемле.
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?