Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Сентябрь 2019, 12:04

Шишмәләр яҙмышы

Ерек ауылы тауҙары күп булған кеүек шулар аҫтынан сыҡҡан инештәре лә байтаҡ. Ни өсөн Һыулы Бағырҙай тип йөрөтәбеҙ? Уның шишмәһе бар, ул түбән ағып үҙ юлында бер нисәүһен үҙенә ҡушып ауылдың бер ситенән йылға булып аға. Ошо матур шишмә айырыуса иҫтә ҡалды.

Ерек ауылы тауҙары күп булған кеүек шулар аҫтынан сыҡҡан инештәре лә байтаҡ. Ни өсөн Һыулы Бағырҙай тип йөрөтәбеҙ? Уның шишмәһе бар, ул түбән ағып үҙ юлында бер нисәүһен үҙенә ҡушып ауылдың бер ситенән йылға булып аға. Ошо матур шишмә айырыуса иҫтә ҡалды.
Әсәйем уның янында йыл һайын бесәнселәргә төшө аш бешерҙе, яланда үҫкән еҫле үләндәрҙән сәй ҡайнатып эсерә торғайны. Үҙенә ярҙамға Нәҡиә һылыуы менән мине алып бара ине, ә беҙ утын, һыу ташып, үлән йыйып ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итә инек.
Бына бер көн әсәйем менән Бағырҙай шишмәһенә килдек. Ат менән алып килгән ағай йөгөн бушатып беҙҙе ҡалдырып китте. Әсәйем ҡаҙанын әҙерләп аш һалырға йыйынды, баҡһа, ит өйҙә тороп ҡалған. Әсәйем аптырап ҡалғас, мин, күп уйлап тормай, тауҙар аша ауылға табан йүгереп ҡайтып, итте алып килдем. Аштың һыуы ҡайнап сығыуға килтереп еткерҙем. Шулай итеп ваҡытында әсәйем, ашын бешереп, ашата алыуына ҡыуанып, миңә рәхмәтен белдерҙе.
Ауылыбыҙҙың Бесәнсе түбәһе итәгендәге шишмә Һабан тапҡан тип атала. Уға Фәйзулла шишмәһе, Боҫло тауындағы Ҡойо башы шишмәһе һәм Сусаҡ тауы аҫтынан сыҡҡан Түбән яҡ шишмәһе ҡушылып Нөгөшкә аға. Әсәйем Һабан тапҡан шишмәһе буйында ла бесәнселәргә ашарға әҙерләй торғайны. Мин, оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп ҡайтҡас, ошонда килдем, ҡараһам шишмәбеҙ ҡороған. Быны күреп йөрәгем әрнеп илап ебәрҙем. Шул ваҡыт тәбиғәт тә мине йәлләгән кеүек ҡушылып көслө шауланы.
Беҙҙең ауыл барлыҡҡа килгәс, халыҡ Ҡойо башы шишмәһе, һәм ҙурая башлағас, Түбән яҡ шишмәһен эсеп йәшәй. 1970 йылда “Ленин” колхозы етәкселәре ауыл халҡының тормошон еңеләйтеп, һыу алғыс төҙөй. Алыҫтан ташып эскән һыуҙы яҡын колонкаларға алмаштырғас, халыҡ шишмәләрҙе бөтөнләй ташланы. Тыуған яғымдың тауҙары, ағастары, яландары күңелгә бик яҡын. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар ошонда байрамдар уҙғара.
Әсәйем дә Түбән яҡ шишмәһенең һыуын эсеп ғүмер итте, һуңғы көндәрен ауырыу сәбәпле алыҫ Төркмәнстанда үткәргәндә Ҡойо башының һыуын һорай ине. Шуға Боҫлоға менһәм, әсәйем өсөн шишмә һыуын эсәм. 2009 йылда ғәҙәттәгесә килдем, шишмәнең бураһы сереп, эсенә тупраҡ тулып һыуы саҡ сығып ятҡанын күреп, йөрәгем әрнене. Үҙем делянка алып ауылдың берәйһенә эш хаҡы түләп ҡойоно таҙартып, бураһын буратып, тирә-яғын төҙөкләндерергә тигән башыма уй төштө. Был хыялым тормошҡа ниһайәт быйыл тормошҡа ашты. Ауылдың старостаһы Салауат Садиҡов бик аҡыллы, кешелекле кеше. Шуға ла еректәр уның кәңәштәрен тыңлап, йыл һайын зыяратты тәрбиәләп, ауылды тәртиптә тота. Йәш быуын егеттәр менән Ҡойо башы шишмәһен дә төҙөкләндереп, таҙартып, килгән ҡунаҡтарға урын әҙерләп ҡуйҙылар. Сулпан Иҙрисов, Илнур һәм Ғилметдин Күсмәевтар көс менән генә түгел, ә бағымсы ярҙамы ла күрһәтте. Шулай уҡ Таһир, Авзал Күсмәевтар бер эштән дә ситтә ҡалмай Һыулы Бағырҙай, Һабан тапҡан шишмәләрен таҙартып һыуын ағыҙып ебәрҙеләр. Егеттәребеҙгә мең рәхмәтлемен ошондай ҙур эш башҡарыуҙарына. Беҙҙең яҡ тәбиғәте бик бай, туризм өсөн ҡулай. Шуның өсөн тәрбиәләп, ҡараштырып торорға ғына кәрәк.
Бигерәк яҡын миңә шишмәләрем
Әсәй менән йәйҙең матур көндәрендә
Аш бешереп яландағы эшселәргә
Туҡландырҙыҡ шишмәләрҙең яндарында.
Әсәйем дә яратты ул шишмәләрҙе
Сит илдәрҙә хыялланып иҫкә алды.
Һуңғы көндәрендә сиргә дауа тиеп
Шишмә һыуын һорағаны иҫтә ҡалды.
Сылтыр-сылтыр аға шишмәләрем,
Йөрәгемә һағыш тултырып.
Әсәйҙең эҙҙәрен һағынып эҙләп,
Илайым шишмә янына ултырып.
Гөлсөм КҮСМӘЕВА.
Фото архивтан.
Читайте нас: