ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Сентябрь 2019, 18:41

“Экология” милли проекты: бөтә нәмә кеше факторына бәйле

Бигерәк тә экология менән бәйле мәсьәләлә, йәғни тирә-яҡ мөхиттең торошонда кеше факторы бик ҙур.Йыл һайын Рәсәйҙә 70 миллионға яҡын тонна сүп барлыҡҡа килә. Ошо өлкә белгестәре билдәләүенсә, әгәр ҙә артабан да шулай барһа, полигондар етмәйәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә әле үк буш урын юҡ. Башҡортостан Экология министрлығы мәғлүмәтенән республикала ике тоннаға яҡын сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдығы йыйыла.

Бигерәк тә экология менән бәйле мәсьәләлә, йәғни тирә-яҡ мөхиттең торошонда кеше факторы бик ҙур.

Йыл һайын Рәсәйҙә 70 миллионға яҡын тонна сүп барлыҡҡа килә. Ошо өлкә белгестәре билдәләүенсә, әгәр ҙә артабан да шулай барһа, полигондар етмәйәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә әле үк буш урын юҡ. Башҡортостан Экология министрлығы мәғлүмәтенән республикала ике тоннаға яҡын сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдығы йыйыла.

Был проблема беҙҙә генә түгел, донъяның бөтә ҡитғаһында бик актуаль. Эсәр һыуҙың, һауаның бысраҡлығы, сүп-сарҙы, көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү – былар бөгөн экологтарҙы борсоған төп мәсьәлә.

Быйыл йәй беҙҙең Мәләүез ҡалаһы һәм район халҡын һаҫыҡ еҫ аптыратты. Түләк менән Самойловка ауылдары эргәһенән үткәндә тын алғыһыҙ булды. Унда яҡын йәшәгән кешеләргә бик ауырға тура килгәндер, тип уйлайым.

Милли проектҡа ярашлы, быйыл сүп-сарҙы ташыу, урынлаштырыуға бәйле реформа үҙ көсөнә инде. Әлегә уның һөҙөмтәһе тураһында һүҙ йөрөтөү иртәрәк. Уның буйынса төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр бар. Тик был реформалар, үҙгәрештәр, заманса контейнерҙар, яңыса техника ғына сүплек проблемаһын тиҙ арала хәл итерме һуң?

Быны мин шунын өсөн әйтәм: тирә-яғыбыҙҙың бысраҡ, сүпле булыуында беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Кеше күрмәгәндә генә квитанцияларҙы, автобус билеттарын, һағыҙ йәки кәнфит тыштарын аяҡ аҫтына бәреп китәбеҙ. Туҡталыштар яны, сүп һауыты ултырһа ла, тәмәке төпсөгөнә тулған. Бәләкәй бала ташламаҫҡа мөмкин, ә уның әсәһе йәки атаһы туңдырма йәки банан тышын ташларға ҡуша. Ошондай күренешкә үҙем дә шаһит булғаным бар.

Шуға күрә, иң беренсе, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, уларҙы балалары алдында үҙен әҙәпле тоторға, башҡалар хеҙмәтен хөрмәт кәрәклеген иҫкәртер инем. Бөтә нәмә үҙебеҙҙән башлана бит. Үҙебеҙҙе үҙгәртһәк, донъя ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
Читайте нас: