ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2019, 16:41

Урмандарҙы яңынан тергеҙергә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе биш йыллыҡҡа тәҡдим иткән эшмәкәрлек программаһында ҡырҡылған майҙандарҙағы урмандарҙы 100 процентҡа яңынан тергеҙергә тигән пункты бик тә ваҡытлы һәм һис шикһеҙ кәрәк ғәмәл.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе биш йыллыҡҡа тәҡдим иткән эшмәкәрлек программаһында ҡырҡылған майҙандарҙағы урмандарҙы 100 процентҡа яңынан тергеҙергә тигән пункты бик тә ваҡытлы һәм һис шикһеҙ кәрәк ғәмәл.
Уйлай китһәң иҫ китерлек: әйтерһең дә, урман запасы һис тә бөтмәҫ кеүек. Әҙәм балаһы артыҡ уйламай ошо байлыҡты ҡыра ла ҡыра. Ә ниндәй ҙур-ҙур майҙандар янып юҡҡа сыға, янғын осраҡтары ла һәр саҡ кеше факторына ғына бәйлеме икән?
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, уҙған йылда төбәктә яҡынса 13 мең гектар урманды тергеҙеү, шуның 7 мең гектарында яһалма ултыртыу күҙалланғайны. Бөгөн урманды яһалма тергеҙеү 50 процентҡа тиерлек тамамланған. Был өлкәлә республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Уҙған йылда төбәктә 14,6 мең гектарҙа йәш ағастар ултыртылған. Республикала тергеҙеү эштәренә волонтер ойошмалары йәлеп ителә, урмандарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар ойошторола. Был эш сәнәғәт өсөн ағас йығыуҙы, урман янғындары килтергән зыянды ҡапларға тейеш.
Акциялар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек артҡан. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан бирле урман фондында 534 гектар майҙанда 70 янғын теркәлгән, сағыштырыу өсөн былтыр ошо уҡ осорҙа 338 гектарҙа 24 янғын сыҡҡан.
Белгестәр фекеренсә, урман янғындары артыуы ҡышҡыһын ҡарҙың аҙ булыуына һәм яҙ башында йыш иҫкән көслө елгә бәйле. Бынан тыш, халыҡтың, нигеҙҙә туристарҙың, һунарсыларҙың, балыҡсыларҙың яуапһыҙ ҡарауы сәбәпсе.
Читайте нас: