Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Сентябрь 2019, 18:58

Республика көнө уңайынан «Йәшел Башҡортостан» ағас ултыртыу акцияһы була

5 октябрҙә, Республика көнөн билдәләр алдынан, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла.

5 октябрҙә, Республика көнөн билдәләр алдынан, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла.
«Был көндә ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, ҡарама, тирәк, гөлйемеш, миләш, спирея үҫентеләрен ултыртыу күҙаллана», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
5 октябргә республика ҡалаларында һәм райондарында акцияны үткәреү өсөн майҙансыҡтар, үҫентеләр һәм ашламалар әҙерләнә. Теләгән һәр кем «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша һәм үҙенең ағасын ултырта ала.
Шул уҡ ваҡытта ағас ултыртыу ҡағиҙәләренә, шулай уҡ ҡыш көнө уларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.
Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусыларҙы ижади коллективтарҙың сығыштары һәм ҡайнар аш көтә.
Беренсе «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 2019 йылдың апрелендә уҙҙы. Унда республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея бүленде, 109 меңдән күберәк ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әлеге акция тураһында мәғлүмәтте күберәк халыҡҡа еткерергә кәрәк.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы ағас ултыртыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ә мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итергә теләй. Шуға күрә халыҡҡа уның мәғәнәһе һәм маҡсаты, шулай уҡ майҙансыҡтарҙың адрестары хаҡында хәбәр итеү мөһим», – тип билдәләне республика башлығы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.