Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Октябрь 2019, 12:54
Ағас ултыртыу дауам итә
5 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең район-ҡалала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә.
5 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең район-ҡалала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә.
Был көндә Мәләүездә ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртырға планлаштырылған. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша һәм республиканы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Был юлы ҡалала, атап әйткәндә, яңы барлыҡҡа килгән Октябрь аллеяһында саған, миләш, тирәк ултыртыласаҡ. Шулай уҡ Федоровка трактын йәшелләндереү күҙаллана.
Тәүге акция республикала апрелдә үткәйне. Унда төрлө төбәктәрҙән 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея барлыҡҡа килде, 109 меңдән артыҡ ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит