ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Октябрь 2019, 11:19

Мәләүездәр акцияға дәррәү ҡушылды

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына мәләүездәр дәррәү ҡушылды.Уға ярашлы ҡаланың биш йәмәғәт биләмәһендә, атап әйткәндә, “Ғаилә” скверында, Гагарин исемендәге паркта, Дан бульварында, Буранғолов урамында юл үткәргес буйлап ағас-ҡыуаҡтар ултыртылды.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына мәләүездәр дәррәү ҡушылды.

Уға ярашлы ҡаланың биш йәмәғәт биләмәһендә, атап әйткәндә, “Ғаилә” скверында, Гагарин исемендәге паркта, Дан бульварында, Буранғолов урамында юл үткәргес буйлап ағас-ҡыуаҡтар ултыртылды.

Сарала предприятие, учреждение коллективтары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары, район, ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре – теләгән һәр кеше ҡатнашты. Ағас ултыртылғас, акцияла ҡатнашыусылар ҡайнар сәй һәм бутҡа менән һыйланды.

Республика буйынса был сарала бөтәһе 138 мең кеше ҡатнашты, 69 мең ағас ултыртылды, йәмғеһе 245 тематик аллея барлыҡҡа килде. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостанды йәшелләндереү, тыуған төйәктең йәшел байлыҡына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған тәүге акция апрелдә үткәйне. Унда 160 мең кеше ҡатнашты. 109 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды, 164 аллея барлыҡҡа килде.

Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас: