ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Октябрь 2019, 19:07

“Сүп-сар реформаһы” бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерергә тейеш

Донъяла сүп-сарҙан да күп нәмә юҡ. Уны ҡайҙа ҡуйып бөтөргә лә белмәҫһең...

Донъяла сүп-сарҙан да күп нәмә юҡ. Уны ҡайҙа ҡуйып бөтөргә лә белмәҫһең...

Әле бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса реформа бара. Уның маҡсаты – илебеҙҙең экология торошон яҡшыртыу, тәбиғәткә зыянды кәметеү һәм рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөү.

Был үҙгәреш ауылдарға ла килеп етте. Мәҫәлән, Томансы ауылын алайыҡ. Аҙнаға бер тапҡыр махсус машина килеп сүп-сарҙы алып китә. Был, әлбиттә, яҡшы – ауылда сүп-сар туҙып ятмай. Әммә түләү мәсьәләһе төрлө фекер тыуҙырҙы. Айырыуса унын күләме халыҡтың ризаһыҙлығын килтерә, сөнки ауыл ерендә ашап бөтөлмәгән аҙыҡ йорт хайуандарына һалына, кәрәкмәгән ҡағыҙҙар мейестә яғыла.

Минеңсә, ауыл халҡы үтенесенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки дәүләт бурыстарының береһе – ул халыҡҡа йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булдырыу.
Сөмбөл ДАУЫТОВА.
Читайте нас: