ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Декабрь 2019, 12:02

КӨНГӘК тауы

Борон, тәүарих һөйләгән ҡарттар әйтеүенсә, юрматы күсе ҡайҙалыр, Ыбыр-сыбыр илендәге шикелле, айырылып ҡалған да, уны Урал тауҙарына изге инәбеҙ Аҡ бүре алып ҡайтҡан.

Борон, тәүарих һөйләгән ҡарттар әйтеүенсә, юрматы күсе ҡайҙалыр,

Ыбыр-сыбыр илендәге шикелле, айырылып ҡалған да, уны Урал тауҙарына изге инәбеҙ Аҡ бүре алып ҡайтҡан. Көнгәк итәгендә уларҙы туҡтатып, иң шәп йырсыға иң боронғо йырҙы башҡарырға ҡушҡан. Ни ғәжәп: йырҙы тау үҙе күтәреп алған — унда үҫкән ҡурай көпшәләре шул уҡ көйгә дәррәү һыҙғырып моңланған, ти. Бына йырығыҙ ҡурай менән ҡауышты, сөнки тәүватанығыҙға ҡайттығыҙ тигән, ти, Аҡ бүре. Шулай итеп, юрматылар ошонда яңынан донъя көтә башлаған, Әтил ата хөрмәтенә аталған Иҙелдә, Һуҡайлыла, Ашҡаҙарҙа ыулаған. Көнгәк менән Торатау Тәңрегә табыныр тауҙары булған. Мал- тыуары ишәйгән, ҡорал һәм ҡороҡ тотор ир-егеттәре артҡан. Мадъярҙар менән бергә йәшәп алып киткәндәрен тәүарихсы ҡарттар былай бәйән иткән.

Бында ҡайтып төпләнеүҙәренә өс быуат үткәс, ниндәйҙер күп һанлы күстең яҡынлашыуы тураһында хәбәр итәләр. Беҙ һеҙҙең аҙашып ҡалған ярпығыҙ, тик хәҙер “мадъяр” тип аталабыҙ, тигән тегеләр. Юрматылар мадъярҙарҙы үҙҙәренең янына ҡабул иткән (Булат Рафиҡовтан). Ағиҙелдең төньяҡҡа табан боролған урынындағы тауҙы Көнгәк тауы тип йөрөтәләр. Көнгә ҡарап ятҡанға күрә шулай атағандарҙыр инде. Көнгәк тауы Ҡарауыл, Йәнгүҙәй исемле тауҙар теҙмәһенән тора. Халыҡ, илгә килгән дошмандарҙан һаҡланыр өсөн, Ҡарауыл тауына ҡарауыл ҡуйған. Яу килһә, сигнал итеп төтөн һалғандар. Көнгәк түбәһе инде борон-борондан халҡыбыҙҙың Тәңренән фатиха алыр, теләк теләр урыны булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда яуға киткән ир-егеттәрҙе ошо тауҙан оҙатҡандар. Оло йыйын уҙғарылған,

уларҙың имен-аман яуҙан еңеп ҡайтыуын теләгәндәр. Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуып, Парижды алып, яугирҙәрҙең иҫәндәре тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Ошо ҡыуаныстан халыҡ йәнә Көнгәккә сығып, йыйын йыйып, ҙур байрам яһаған.

Шунда булған кешеләр йыл һайын бер мәлдә Көнгәккә сығырға һүҙ

беркеткән. Ана шунан алып йәшәй был байрам, именлек, һиллек байрамы.


Батталов А.И., 8-се класс

Фәнни етәксеһе: Батталова Т.З.
Читайте нас: