ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Ғинуар 2020, 17:05

Язаға тарттырыу түгел, киҫәтеү

Бөгөн экология мәсьәләһе иң алғы планда тора. Киләсәк быуындарға тәбиғәтебеҙҙе, ҡомартҡыларыбыҙҙы аманат итеп тапшыра алырбыҙмы? Был өлкәлә ниндәй эштәр башҡарыла? Былтырғы эш һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты рәйесе Анастасия АТЛАНДЕРОВА менән әңгәмәбеҙ.

- Анастасия Валентиновна, комитет эшмәкәрлеге менән таныштырып үтһәгеҙсе.
- Беҙ Күмертау, Мәләүез ҡалаһы һәм Көйөргәҙе, Фёдоровка районы биләмәләрендә тирә-яҡ мөхитте, атмосфера, һыу ятҡылыҡтары, тупраҡты зарарланыуҙан һаҡлауҙа ҡануниәт талаптарын үтәүҙе талап итәбеҙ. Минең ҡул аҫтында биш инспектор һәм водитель бар. Нисек өлгөрәһегеҙ, тиһегеҙме? Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығы (ҡурсаулығы) инспекторҙары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, квадракоптер ярҙамында ҡайһы бер майҙандарҙы тиҙ арала тикшереп сығыу мөмкинлеге бар.
- Былтырғы йыл ниндәй һөҙөмтәләр бирҙе?
- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса 90 сара уҙғарылды, 48 закон боҙоу осрағы теркәлде, 52 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Беҙгә ҡараған биләмәләрҙә 252 планлы тикшереү уҙғарылды (район буйынса - 103), ҡануниәт боҙоуҙар - 113 (район буйынса - 34), штраф - 172 (районда - 84).
- Кешенең һаулығы һулаған һауаның, эскән һыуҙың сифатына, тупраҡтың, радиацион хәлдең торошона бәйле тибеҙ. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы аллергия, дерматит, астма, төрлө токсикоздар менән яфаланыусылар һанын арттыра.
- Атмосфераның бысраныуы, айырыуса производство үҫешкән ҡалаларҙа, иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һауаны автотранспорт та ныҡ бысрата, уларҙың артыуын иҫәпкә алғанда, ул да проблемаға әүрелде. Ҡала һәм район буйынса атмосфераны һаҡлау буйынса 29 тапҡыр рейдҡа сыҡтыҡ, 19 ҡануниәтте боҙоу асыҡланды, 23 штраф һалынды.
- Әгәр йылға ярындағы ауылда йәшәгән берәү йорт төҙөү өсөн яҡын-тирәнән үҙ белдеге менән ҡырсын, таш, балсыҡ алырға теләһә?
- Эйе, ер аҫты байлыҡтары тураһында законды уҡымағандар бар. Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй. Үрҙә әйтелгән төҙөлөш материалын лицензияһы, документтары булған ойошмаларҙан ғына һатып алырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа 218 сара үткәрелде, был һан былтырғыға ҡарағанда ете тапҡырға күп, (районда - 74). 16 закон боҙоу (Мәләүез буйынса - 6) теркәлгән. Административ яуаплылыҡҡа - 25 (Мәләүездә - 5) юридик шәхес яуаплылыҡҡа тарттырылды.
2015 йылдан был вазифала эшләйем, шул осорҙан рейдтар һаны ете тапҡырға тиерлек артты, ә хоҡуҡ боҙоуҙар кәмене. 2017-2018 йылдарҙа лицензия шартын боҙғаны өсөн ун ике юридик шәхескә 300-шәр мең һум күләмендә штраф һалынды. Бер йыл эсендә урындағы бюджет ҡаҙнаһына 3 миллион һумдан ашыу (район бюджетына 1 миллион 300 мең һум) аҡса ингән. Уны язаға тарттырыу тип түгел, киҫәтеү тип ҡабул итергә кәрәк.
Был йүнәлештә хоҡуҡ һаҡлау органдары ла әүҙем эш алып бара, бергәләшеп үткәрелгән рейдтар яҡшы һөҙөмтә бирҙе.
- Тағы бер йәшәү сығанағы - һыу тураһында күрһәткестәр нисек?
- Бөгөн ауыл-ҡалалар үҫә, шуға ла һыу объекттарына көс төшә. Унда эләккән ҡалдыҡтар тейешле кимәлдә таҙартылмай. Ер аҫты һыуҙары сығанаҡтарын таҙа тотоу, эсәр һыу менән тәьмин иткән объекттарҙы һаҡлау маҡсатында билдәләнгән майҙанда йыл дауамында 28 рейд (районда - 12) үткәрелде.
- Һеҙҙә барлығы биш кеше эшләй, нисек өлгөрәһегеҙ?
- Ә һеҙ беләһегеҙме, “мәғлүмәт еткереүселәр”ҙең күп булыуын?!
- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса яңы система буйынса эшләй башланығыҙ.
- Юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар төбәк операторҙар менән хеҙмәт күрһәтеү тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Йыл башынан уны төҙөмәгән өсөн 88 (районда - 17) юридик шәхес, шәхси эшҡыуар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
- Экология өлкәһенә килгәндә, хәл итәһе проблемалар етерлек. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
- Рәхмәт!
Читайте нас: