Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Февраль 2020, 11:45

Рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрмө

Бының өсөн ни эшләргә кәрәк икән?

Өйөңдән, йортоңдан сығарып ташлау менән проблема бөтә тип уйлай, күрәһең, ҡайһы берәүҙәр. Тәбиғәт хозурлығын йәмһеҙләп кенә ҡалмай, зыян да килтерә бит теләһә ҡайҙа ташланған сүп-сар, ауырыу таралыуға ла сәбәпсе.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәте буйынса республикала законһыҙ сүп өйөмдәренең дөйөм майҙаны - 2 301 гектар. Уҙған йылда муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән. Сүплектәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк юҡ итеү темптарына аҡса етмәй. Рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүҙең төп ысулы әлегә ҙурыраҡтарына күсереү. Республикала «Таҙа ил» төбәк проектын бойомға ашырыу барышында ҡала эсендә урынлашҡан бөтә сүплектәрҙе юҡ итеү талабы ҡуйыла. Әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттары дәүләт реестрында сүп-сар күмелгән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны иҫәпләнә.
Шул уҡ ваҡытта яңылары барлыҡҡа килеүгә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Аңламаҫһың, ни өсөн кешенең үҙе йәшәгән ергә шундай мөнәсәбәт - бер сүплекте юҡ итәләр, артынса ямғырҙан һуңғы бәшмәк һымаҡ бер нисә өйөм ҡалҡып сыға. Күрәһең, әҙәм балаһына аңын, ҡарашын тулыһынса үҙгәртергә кәрәктер, һуңғы өс тиҫтә йылда кеше алырға ғына өйрәнде шул - ҡиммәттәр буталды...
Читайте нас: