ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Март 2020, 11:56

Өмәләр башлана

Республика Башлығы Радий Хәбиров таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүлә. «Йәшәгән еребеҙ - беҙҙең йөҙөбөҙ. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ тәртиптә булырға тейеш”, - тине етәксе һәм 20 марттан аҙнаның һәр йомаһы республика буйынса «Таҙа йома» исеме менән уҙасаҡ экологик өмәләр ойошторолоуы хаҡында белдерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүлә.
«Йәшәгән еребеҙ - беҙҙең йөҙөбөҙ. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ тәртиптә булырға тейеш”, - тине етәксе һәм 20 марттан аҙнаның һәр йомаһы республика буйынса «Таҙа йома» исеме менән уҙасаҡ экологик өмәләр ойошторолоуы хаҡында белдерҙе.
Был изге эштән беҙҙең район да ситтә ҡалмай. Ошо аҙнаның һуңғы эш көнөндә башланасаҡ өмәләргә район ойошмалары коллективтары сыға. Көндөҙгө 4- тән алтынсы яртыға тиклем үҙе эшләгән, йәшәгән урынын матурларға һәр кем бурыслы.
Читайте нас: