ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Март 2020, 11:45

Аҙна һайын «Таҙа йома»

Республикала уҙған аҙнаның һуңғы эш көнөндә экология өмәһенә старт бирелде.

Республикала уҙған аҙнаның һуңғы эш көнөндә экология өмәһенә старт бирелде. «Таҙа йома» ға беҙҙең район да ҡушылды. Район етәкселеге, ҡаланың ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәһен таҙартырға сыҡты. Улар башлыса ҡар өйөмдәрен таратты, күләгә урындарҙа иремәй ятҡан боҙҙо ватты, сүп-сар йыйҙы.
Экология өмәһенән ауыл кешеләре лә ситтә ҡалмаған. Интернет селтәрендәге фотолар биләмәләрҙә лә был юҫыҡта әүҙем эш алып барылыуы хаҡында һөйләй.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән ойошторолған был сара һәр аҙна һайын үтәсәк.
Беҙ йәшәгән еребеҙҙе таҙалыҡта, тәртиптә тоторға бурыслы. Киләсәк быуында тирә-яҡ мөхиткә иғтибар, ихтирам тәрбиәләү өсөн дә мөһим ул. Шуны ла онотмаһаҡ ине: йыйыштырған ерҙә түгел, сүпләмәгән ерҙә таҙа.
Читайте нас: