ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Апрель 2020, 23:31

Таҙа ерҙә йәшәү рәхәт

Башҡаларҙы уйламаһаң, үҙеңде хөрмәт ит.

Яҙ һулышы ныҡлы һиҙелә, ваҡыты менән ямғыр ҡатыш ҡарын, һалҡын елен иҫәпкә алмаһаҡ, ҡыш инде сигенде.
Иң беренсе юлдар ҡарҙан әрселде, унда урыны менән соҡор-саҡырҙарҙы ямау эштәре башланды ла инде. Ләкин уны башта оҙон ҡыш буйы йыйылған бысраҡтан таҙартыу мотлаҡ. Был эш менән "Йәшел хужалыҡ" шөғөлләнә. Беҙ Виктор Кулешов бригадаһының эшен күҙәттек (һүрәттә). Виктор Викторович билдәләүенсә, был физик көс талап иткән ауыр эш. Ҡыш буйы бордюр эргәһенә таш булып ҡатҡан бысраҡты, көрәк менән ҡуптарып, экскаватор сүмесенә тейәйҙәр. Һуңынан махсус йыуҙырып һепереүсе техника эшкә керешә.
Дөйөм алғанда ҡалала ҡар иреп бөттө, уның артынса ҡалҡҡан "байлыҡ" ҡына ҡыуандырырлыҡ түгел. Торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәренә рәхмәт, үҙҙәре яуаплы майҙандарҙы йыйыштырып торалар. Ошо йорттарҙа йәшәгәндәр, шул юлдарҙан йөрөгәндәр уйланамы икән: кемдер улар артынан таҙарта, рәхмәтле була белергә кәрәк бит. Юҡтыр, күрәһең, кисә генә күҙҙе иркәләгән урында бөгөн тағы сүп-сар, төпсөк тулы...
Шул сүпте ташлаусы үҙе лә ошонда йәшәйҙер, моғайын!? Нимә эшләргә һуң ундайҙар менән? Бәлки, тәҡдимдәр булыр.
Читайте нас: