Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2020, 02:58
Хозурлыҡҡа башҡалар ҙа һоҡланһын
Яҙ шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән, апрель аҙағында беҙҙе ни көтә, йәй нисек килер - һылтанма аша инеп белегеҙ. Ҡар иреү менән ҡалҡҡан фотолағы "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән күк умырзая беҙҙең районда үҫә. Ҡайҙа төшөрөлгәнен таныусылар ҙа барҙыр, тик уларҙы өҙә күрмәгеҙ - уның былай ҙа ғүмере ҡыҫҡа...
2020 йылдың иң эҫе биш йыл иҫәбенә инеүе мөмкин.
Биш йыллыҡ һайын температура күтәрелә, был глобаль йылыныу өсөн хас. Әле үк кешенең вайымһыҙлығы сәбәпле янғындар яңы уянған тәбиғәтте юҡҡа сығара. Утһыҙ янырға әҙер эҫе йәйҙә айырыуса һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү мотлаҡ.
Бынан алда Американың Океанды һәм атмосфераны тикшереү буйынса милли идаралығы ғалимдары 2020 йыл 75% ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыр, ә 99,9% ихтималлыҡ менән йылы буйынса рекордлы биш йыл иҫәбенә инер тип хәбәр иткәйне.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда быйыл апрель ямғыр һәм көслө ел менән тамамлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ 11-16 градус була. Шаршамбы, 29 апрелдә, ямғыр, төндә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ 6-11 градус була.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?