ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Май 2020, 14:44

Ҡайҙан килә беҙгә битарафлыҡ?

Көн дә иртән эшкә барырға сыҡҡанда урам йыйыштырыусы апайҙы осратам. Эше ауыр булһа ла, ул һис зарланыуһыҙ үҙ бурысын атҡара. Кешеләр йоҡонан торғансы уҡ йорт алдын һепереп, ҡышын ҡарҙан таҙартып ҡуйған була.

Көн дә иртән эшкә барырға сыҡҡанда урам йыйыштырыусы апайҙы осратам. Эше ауыр булһа ла, ул һис зарланыуһыҙ үҙ бурысын атҡара. Кешеләр йоҡонан торғансы уҡ йорт алдын һепереп, ҡышын ҡарҙан таҙартып ҡуйған була. Балкондан ырғытылған тәмәке төпсөгөн бөртөкләп йыйып, подъезд алдындағы эскәмйә янында туҙып ятҡан шешә, шыптыр ҡаптарҙы бөртөкләп йыйып йөрөһә лә, бер кемгә лә асыуланмай, берәүҙе лә әрләмәй. Уның менән иҫәнләшеп, күпме генә ашыҡһам да, саҡ ҡына һөйләшеп китеүҙе ғәҙәт итеп алғанмын. Ауыр хеҙмәтен күреп, аңлап торам. Тирә-яҡта туҙып ятҡан сүп-сар юҡтан барлыҡҡа килмәгәнен дә беләм. Барыһына ла беҙ, кешеләр, ғәйепле.
Иртән эшкә килешләй, ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә ошондай йәмһеҙ күренешкә тап булдым. Ҡайҙан килә һуң беҙгә ошондай битарафлыҡ?
Читайте нас: