ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Май 2020, 14:18

Әлеге шул сүп-сар...

Ҡалала сүп-сар эшкәртеү полигоны төҙөү хаҡындағы хәбәр халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе. Күптәр социаль селтәрҙәрҙә ризаһыҙлығын белдереп үҙ фекерен яҙҙы.

Ҡалала сүп-сар эшкәртеү полигоны төҙөү хаҡындағы хәбәр халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе. Күптәр социаль селтәрҙәрҙә ризаһыҙлығын белдереп үҙ фекерен яҙҙы. Һүҙҙең сығыуы ғына кәрәк, ул телдән-телгә күсеп йөрөй торғас, төрлөсә үҙгәреп, имеш-мимештәргә байып китеүсән. Был хәбәр менән дә шулай булды. Уның ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен күҙаллай алмағандар халыҡ араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы.
Апрель аҙағында интернет селтәрендә ҡалаға Мораҡ полигонынан 66 мең тонна сүп-сар килтерелеүе хаҡында мәғлүмәт таралғайны. Йәмәғәт эшмәкәре Бәғҙәт Ниғмәтйәнов беҙгә башҡа райондарҙан ҡаты сүп ҡалдыҡтарын килтереүҙе закон нигеҙендә тыйыу өсөн петиция булдырҙы. Был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп 600-ҙән ашыу кеше ҡул ҡуйған.
«Эко-Сити» төбәк операторының генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Игорь Федоров килеп тыуған мәсьәләгә аныҡлыҡ индерҙе. Уның әйтеүенсә, Мораҡ полигонындағы сүп-сар һәр 11 ай һайын сығарылып торорға тейеш.
- Күгәрсен районынан килтерелгән ҡалдыҡтар беҙгә түгел, ҡаланан ситтә ятҡан «Нур» полигонына ебәрелде. Уның күләме 66 тонна тип күрһәтелеүе лә дөрөҫлөккә тура килмәй. Район үҙәгендә был тиклем күләмдең булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең ҡалала айына ни бары 30 мең тонна сүп-сар йыйыла. Уның 80 проценты яңынан эшкәртелә. Сорттарға айырылғандан һуң ҡалдыҡтар Мәләүездән 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан «Нур» полигонына оҙатыла, - тине Игорь Николаевич.
Ул шулай уҡ «Минераль ашламалар» ойошмаһынан алыҫ булмаған урында төҙөләсәк полигон хаҡында ла аңлатма бирҙе.
- Һәр ваҡытта ла киҫкен торған сүп-сар мәсьәләһен хәл итеү, әлбиттә, кәрәк. Йыйылған ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡайҙалыр ҡуйыуҙы, эшкәртеүҙе күҙ уңында тотам. Полигон урыны 1970-се йылдарҙа уҡ билдәләнгән була, иҫкеһе урынына яңыһын төҙөү иһә 90-сы йылдарҙа хәл ителә. 2003 йылда башланған төҙөлөш 2014 йылда матди ҡатмарлыҡтар сәбәпле туҡтатыла. Район етәкселеге сүп-сар ҡалдыҡтарын эшкәртеү полигонын инвесторҙар ярҙамы менән төҙөп бөтөүҙе күҙ уңында тота.
Читайте нас: