ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Май 2020, 00:29

Таҙа ерҙә йәшәү рәхәт

Сүп-сар ҡоршауынан ҡотолған йылғалар иркен тын алды.

Экология өмәләре дауам итә. Ураҙа байрамы алдынан мәләүездәр сираттағы "Таҙа йома" өмәһендә Ағиҙел һәм Мәләүез йылғалары буйҙарын таҙартты. Сүп-сар ҡоршауынан ҡотолған йылғалар иркен тын алып ҡалғандай булды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, тыуған яҡҡа һаҡ ҡарашта булырға, үҙебеҙ йәшәгән ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡларға саҡырҙы. "Барығыҙға ла яҡшы ял, ныҡлы сәләмәтлек", - тип теләктәрен еткерҙе.
"Таҙа йома" акцияһы аҙна һайын үтә, ситтә ҡалмағыҙ. Махсус сараны көтмәй, һәр кеше бөтә ерҙә тәртип һаҡлаһа, бысратыусыларҙы иҫкәртеп, тәрбиә эше алып барһа, бәлки, үҙаң уяныр, бысраҡлыҡтан ҡотолорбоҙ, тормош та йәмлерәк булыр. Изге рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт тәрбиәле, игелекле булайыҡ.
Читайте нас: