ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Июнь 2020, 18:37

Таҙалыҡ һаҡлау - төп бурыс

Республикала дүрт төбәк операторы бар, беҙҙең район шуларҙың өсөнсөһөнә - «Эко-Сити» компанияһына ҡарай. Компания менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, уның вәкилдәре менән даими осрашыуҙар үткәрелә, ваҡытында кәрәкле мәғлүмәт бирелә, ҡала һәм ауылдарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.

Район һәм ҡала өсөн 500-гә яҡын евроконтейнерҙар һатып алынһа ла, бөгөн сүп-сар өсөн контейнерҙарға мохтажлыҡ юҡ түгел.
Уҙған йылда эре сүп-сар ҡалдыҡтары өсөн 55 бункер (шуларҙың утыҙы ауылдар һәм егерме бише ҡала өсөн) һатып алынған, барлығы 213 сүп-сар йыйыу майҙансығы (районда уларҙың һаны 319-ға етә) булдырылған. Районда уҙған йыл башында теркәлгән 331 рөхсәтһеҙ сүплектең йыл аҙағына тиклем 203-сө юҡ ителгән.
Байтаҡ эштәр башҡарылһа ла, ҡала һәм ауылдарҙа контейнер, бункер һәм уларҙы урынлаштырыу майҙансыҡтарына мохтажлыҡ юҡ түгел.
Етәкселек алдында киләсәктә лә сүп-сар йыйыу эшенә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора, был өлкәлә башланған эштәр артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас: