ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Июнь 2020, 14:35

Тәбиғәт - тыуған йортобоҙ

Бар кешелектең тыуған йорто булған тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалаған, яҡлаған, һаҡлаған экологтар бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Байрам уңайынан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты етәксеһе Анастасия Атландерова менән әңгәмәләшәбеҙ.

Бар кешелектең тыуған йорто булған тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалаған, яҡлаған, һаҡлаған экологтар бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Байрам уңайынан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты етәксеһе Анастасия Атландерова менән әңгәмәләшәбеҙ.
  • Беҙҙең өсөн йәй миҙгелендә эш муйындан тип әйтһәң, тап дөрөҫөлөр. Тирә-яҡ мөхитте, ҡабатланмаҫ тәбиғәтте һаҡлау, бай ресурстарҙы рациональ файҙаланыу, экологик именлекте һәм кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу мәсьәләләренә айырым иғтибар бирәбеҙ. Коронавирус таралыуҙы иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгәс, эшебеҙ тағы ла артты: үҙизоляция режимын теүәл үтәмәгәндәргә полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үткәрҙек. Апрелдә генә йәмәғәт урындарында һаҡлыҡ саралары буйынса хәстәрлек күрмәгәндәргә 27 кешегә иҫкәрмә яһалды, шул иҫәптән дүртәүһенә протокол төҙөнөк.
  • Шулай уҡ дәүләт техник күҙәтеүе органы вәкилдәре менән дә берҙәм хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ер аҫты байлыҡтарынан рөхсәтһеҙ файҙаланыусыларҙы аныҡлау маҡсатында Мәләүездә - бер, беҙҙең ҡарамаҡтағы Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарында өс рейд үткәрҙек. Беҙгә ҡараған биләмә ҙур, шуға ла хоҡуҡ һаҡлау органдары, юл патруле хеҙмәткәрҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү үҙ һөҙөмтәһен бирә.
    Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәргә ҡаршы көрәш әүҙем бара. 2018 йылда - 300, былтыр 290 сүплек юҡ ителде. Тирә-йүнде бысратырға, законды боҙорға ярамағанлығын халыҡ аңына барып етмәй әле. Первомай, Самойловка ауылы янында халыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары түгеүҙе дауам итә.
    Уңыштарыбыҙ - үҙ эшенә тоғро хеҙмәттәштәремдең тырыш эш һөҙөмтәһе. Һуңғы биш айҙа шәхси һәм юридик шәхестәргә 55 протокол төҙөлдө, 57 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бай тормош тәжрибәһе туплаған Татьяна Панфилова, Иван Ткаченко, Сәриә Иҫәкәева, Николай Толстовтың тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар. Әйткәндәй, бөгөн минең был өлкәлә эш башлауыма ла 15 йыл тулды.
    Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле тәбиғәтебеҙҙең таҙалығы өсөн бар күңелен биреп эшләгән коллегаларыма эшендә уңыштар ғына теләйем.
    Читайте нас: