Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Сентябрь 2020, 17:55

Мәләүездәр Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сараларына ҡушылды

Шәмбелә Рәсәйҙең 70 төбәгендә “Эшләрбеҙ!” акцияһы үтте. Был сара тирә-яҡ мөхитте ҡулланыусылар ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн төрлө предприятиеларҙы, муниципаль берәмектәрҙе, дәүләт органдарын, киң мәғлүмәт сараларын, эшҡыуарҙарҙы, йәмәғәт институттарын бер командаға берләштереү маҡсаты менән ойошторолдо.

Экология акцияһына мәләүездәр ҙә әүҙем ҡушылды. Район-ҡала, ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, белем биреү учреждениелары, предприятиелар коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре төбәк биләмәһен көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуға йәлеп ителде. Зыярат, скверҙар, аллеялар, контейнер майҙансыҡтары, Юрий Гагарин исемендәге парк һәм тораҡ пункттар биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды. Айырыуса йылға буйҙарына иғтибар бүленде. Ағиҙел, Нөгөш, Һуҡайлы, Ашҡаҙар, Ҡаран йылғалары яры ял итеүселәр, балыҡсыларҙан ҡалған сүптән йыйыштырылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 1500-гә яҡын кеше ҡатнашты һәм һөҙөмтәлә 80 кубометр сүп-сар сығарылды.
Читайте нас: