ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2020, 17:08

Күгәрсендәр ни эшләп күпләп ҡырыла?

- Урамда күгәрсендәрҙең үле кәүҙәһе йыш осрай. Был нимәгә бәйле икән?Мөршиҙә Бикбулатова.

Мәләүез район-ҡала ветеринария станцияһының эпизоотия бүлексәһе начальнигы Бәширов Вадим Илдар улы ошо һорауға асыҡлыҡ индерҙе.
- Бының бер нисә сәбәбе булырға мөмкин. Ҡоштар кешенән ҡалған ризыҡ ҡалдыҡтары менән туҡлана, улар µсµн бындай аҙыҡ ярамай. Тәбиғи һайланыш, ауырыу, иммунитеты ҡаҡшағандары үлә. Һыу етмәгәндә күгәрсен аҙыҡты эшкәртә алмай. Ҡала ҡоштар µсµн хәүефле зона һанала, уларға бесәй һунар итә, машина тапата.
Ветеринария станцияһында күгәрсендәр үләкһәһе ярып тикшерелде, республика лабораторияһына ебәрелде. Уларҙың ағыуланыуы, ашҡаҙан-эсәк юлының яныуы асыҡланды. Ағыулы иген менән туҡланыуҙары ихтимал. Инфекция сирҙәре таралыу хәүефе тураһында һүҙ бармай. Бындай хәл йыл һайын күҙәтелә. Хафаланырға урын юҡ.
Фото асыҡ сығанҡтарҙан.
Читайте нас: