ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Декабрь 2020, 13:52

Урман һылыуы урманда ҡалһын

Хөрмәтле яҡташтар, әгәр ҙә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға шаһит булһағыҙ, 8 (34764) 3-02-76,8 9273365785 телефон һандарын йыйып, Мәләүез һәм Воскресенск урмансылығына шылтыратыуығыҙҙы йәки Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 19а адресы буйынса урман хужалығына хәбәр итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.

Олоһо ла, кесеһе лә берҙәй яратҡан, түҙемһеҙлек менән көтөп алған байрамдарҙың береһе Яңы йыл яҡынлаша. Әлбиттә, уны шыршынан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Бар өйгә ылыҫ еҫе тарала, бүлмә түрен биҙәгән ысын урман ҡунағы йортҡа йәм генә түгел, ниндәйҙер серлелек тә, тылсым өҫтәй.
Мәләүездәр тәбиғилеккә өҫтөнлөк бирә, шуға ла махсус ҡырҡылған ҡупшыҡайҙарҙың барыһы ла байрам түрендә үҙ урынын таба. Шул уҡ ваҡытта намыҫһыҙҙар осрап ҡуя… Әллә үҙ ҡулы менән ҡырҡып алыу ҡыҙыҡтыра, әллә аҡсаһын йәлләй, әллә инде байып ҡалырға уйлай. Ҡарағай, шыршыларҙың үҫеү ваҡытын иҫәпкә алһаң, урманға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә.
Бөгөн республикала ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2020» иҫкәртеү операцияһы бара. Мәләүез урман хужалығы етәксеһе Әсхәт Ҡормаев был турала аңлатма бирә.
- Ылыҫлы ағастарҙы үҫтереү бик ҙур көс һәм сығым талап итә. Ҡиммәтле ағастың кеше өсөн шифаһы ла ҙур, уның продукцияһы ла сифатлы һәм файҙалы. Әлеге ваҡытта ғына түгел, ғөмүмән, урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Граждандарға - 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-400 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Унан тыш закон боҙоусы урман фондына килтерелгән юалтыуҙы ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла - алты йылға иркенән мәхрүм ителә.
Бөгөн районда иҫкәртеү сараһына бәйле даими рейдтар уҙғарыла. Мәләүез урман хужалығы эске эштәр бүлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә Воскресенск, Йомаҡ, Томансы ауылдары, Мәләүез ҡалаһы янындағы урман биләмәләрендә рейдтар үткәрҙе. Ошо көндәрҙә Хлебодаровка, Александровка ауылдары һәм башҡа ҡалған ерҙәр тикшереләсәк. Был осор участка урмансылығы өсөн айырыуса ҡыҙыу ваҡыт, улар һәр саҡ уяу булырға тейеш. Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, уны алып сығыу даими контролдә тотола.
«Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында» законға ярашлы, һәр һатып алыусы яңы йыл продукцияһының рөхсәт менән һатылыуын раҫлаған документ талап итергә хоҡуҡлы. Республика буйынса йәш әҙерләү һәм рөхсәтһеҙ һатыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса был турала мәғлүмәт ҡабул итә.
Хөрмәтле яҡташтар, әгәр ҙә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға шаһит булһағыҙ, 8 (34764) 3-02-76,8 9273365785 телефон һандарын йыйып, Мәләүез һәм Воскресенск урмансылығына шылтыратыуығыҙҙы йәки Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 19а адресы буйынса урман хужалығына хәбәр итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта Яңы йылды ҡаршылағанда хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйылмаҫ, һәм бер кемдең дә байрам кәйефе ҡырылмаҫ, тип ышанам. Күркәм байрам уңайынан район халҡына һәм ҡунаҡтарға бар коллектив исеменән иң изге теләктәребеҙҙе еткергем килә. Яңы йыл менән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: