ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2021, 19:30

Түләйбеҙ, ә сүплектәрҙән ҡотолорбоҙмо икән

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта.Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.

"Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сүп-сар реформаһының һуңғы этабы башлана. Быға бәйле Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта.
«Билдәләнгән бурыстың беренсе этабы үтәлде - сүпте сығара башланылар. Киләһе этапты тормошҡа ашырырға - ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә сүп-сар сығарыу өсөн тарифты арттырыуҙың киләһе этабы тураһында уйлау мөһим», - тине Радий Хәбиров.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.
«Спецавтохозяйство» предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһында (1-се зона) ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн хаҡ күп фатирлы йортта - 75 һум, шәхси өйҙә 76 һумға тиклем була.
«Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторының 2-се зонаһында түләү күп фатирлы йортта - 96 һум, шәхси йортта - 97 һум.
«Экосити» төбәк операторының 3-сө зонаһында хаҡ күп фатирлы йортта - 94 һум, шәхси өйҙә - 96 һум.
4-се зонала («Экология Т» төбәк операторы) түләү күп фатирлы йортта - 95 һум, шәхси йортта - 96 һум.
4+ зонала («Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы) күп фатирлы йортта хаҡ - 104 һум, шәхси өйҙә - 106 һум.
Сүп-сар сығарыу ныҡлы яйға һалынһа, бәлки, тораҡ пункттар ҙа таҙарыр. Әлбиттә, бының өсөн халыҡ контроле булырға тейеш, шулай уҡ үҙебеҙгә лә сүпте контейнер, урналарға алып барып еткерергә өйрәнергә ваҡыт.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Читайте нас: