Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Февраль 2021, 16:45

Илде һаҡлауға бәрәбәр

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты нәҡ тәбиғәттең таҙалығы өсөн көрәш алып бара ла. Ул Күмертау, Мәләүез ҡалалары һәм Көйөргәҙе, Федоровка, Мәләүез райондары биләмәһендә тирә-яҡ мөхитте, атмосфераны, һыу ятҡылыҡтары, тупраҡты зарарланыуҙан һаҡлауҙа (бында ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы ла инә) ҡануниәт талаптарын үтәүҙе талап итә. Былтыр үрҙә аталған биләмәлә урындағы идара итеү органдарында үткәрелгән тикшереүҙәр һаны коронавирусҡа бәйле кәметелгән (йәмғеһе 12 тапҡыр). Өс урында алдан әйтелгән талаптарҙың үтәлеше ҡабаттан тикшерелгән. Йыл дауамында 177 закон боҙоу теркәлгән, шуларҙың 128 осрағы (был 72 процент тәшкил итә) ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенә ҡағыла. 14 тапҡыр һыу ятҡылыҡтарында, 24 тапҡыр ер аҫты байлыҡтарына, 11 тапҡыр атмосфераға бәйле ҡануниәт боҙоу теркәлгән.

Тыуған еребеҙ бик матур урында урынлашҡан, ул һыуҙары, тауҙары, ер аҫты байлыҡтары менән дан тота. Тыуған төйәкте йыш ҡына йәшел бишек менән йыш сағыштырабыҙ. Ул беҙҙе ашата, эсерә, кейендерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше тәбиғәттән алырға ғына күнеккән. Еребеҙ, тәбиғәтебеҙ йылдан-йыл күркәмлеген юғалта барғанлығын күрәһегеҙме? Урмандарҙа ағастар киҫелә, һыуҙарға мазут ағып төшә, һауаға зарарлы газ тарала, урмандарға сүп-сар ташлана. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты нәҡ тәбиғәттең таҙалығы өсөн көрәш алып бара ла. Ул Күмертау, Мәләүез ҡалалары һәм Көйөргәҙе, Федоровка, Мәләүез райондары биләмәһендә тирә-яҡ мөхитте, атмосфераны, һыу ятҡылыҡтары, тупраҡты зарарланыуҙан һаҡлауҙа (бында ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы ла инә) ҡануниәт талаптарын үтәүҙе талап итә. Былтыр үрҙә аталған биләмәлә урындағы идара итеү органдарында үткәрелгән тикшереүҙәр һаны коронавирусҡа бәйле кәметелгән (йәмғеһе 12 тапҡыр). Өс урында алдан әйтелгән талаптарҙың үтәлеше ҡабаттан тикшерелгән. Йыл дауамында 177 закон боҙоу теркәлгән, шуларҙың 128 осрағы (был 72 процент тәшкил итә) ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенә ҡағыла. 14 тапҡыр һыу ятҡылыҡтарында, 24 тапҡыр ер аҫты байлыҡтарына, 11 тапҡыр атмосфераға бәйле ҡануниәт боҙоу теркәлгән. Бөтәһе 770 мең һумлыҡ штраф һалынған. Комитет рәйесе Анастасия Атландерова әйтеүенсә, бензин ташыу машинаһы юл ситенә ауһынмы, сүп-сар өйөмөнә ут тоҡанһынмы - тирә-яҡ зарарлы матдәләр менән ағыулана. Шуға күрә, йәшел бишегебеҙҙе һаҡлар өсөн, уны һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында тоторға тейешбеҙ.
Читайте нас: