ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Февраль 2021, 16:51

Әллә Банноеға, әллә Яҡтыгүлгә барырға?

23 февралдә Яҡтыгүлдә ял итергә теләүселәр арта. Рәсәй кимәлендә туризм йүнәлештәре буйынса Яҡтыгүл тәүге унау исемлегенә ингән. Тик ни өсөн Башҡортостандағы Яҡтыгүл күле Банное булып тарихҡа инеп баралыр. Әбйәлилдә рухлы башҡорттар йәшәгәнен беләм. Иң борсоғаны - терминология буйынса республикала һөҙөмтәле эш булырмы икән ул. Ҡайҙа белгестәр?.. Тораҡ пункттарҙың атамаларын ғына алғанда ла, инде ниндәй генә сүрәткә индермәнеләр. Минең тыуған ауылымдың исеме ябай булыуға ҡарамаҫтан, уны ла ҡатмарлаштыра алдылар. Паспортымда Янаул яҙылған, ә хәҙер Янги-Аул – бар табып ҡара кемдең ҡайҙан икәнлеген.

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөндә өс көн ял көтөлә - 21-нән 23 февралгә тиклем. Ошо ялдарға бәйле Рәсәй буйынса 23-нән 28 февралгә тиклем ял йорттарында теркәлгәндәргә ҡарап рейтинг үткәрелгән.
Әбйәлил районындағы Яҡтыгүл күле 1965 йылдан тәбиғи ҡомартҡы булараҡ теркәлгән. Уның майҙаны - 7,72 квадрат километр,тәрәнлеге 28 метрға етә. Яҡтыгүлде һайлаусылар артыуы ҡыуандырһа ла, бөтә ерҙә Банное булып билдәләнеүе эсте бошора. Емельян Пугачев туҡтап "банный день" ойошторған тип, башҡорт исеменән баш тартабыҙмы инде? Башҡорт атамаларының юғалыуы халыҡ, ил тарихына ла кире йоғонто яһай, былай ҙа хаталар етерлек.Киләсәк быуынға тапшырыр аманат бит ул ер-һыу атамалары.
Читайте нас: