Бөгөн районға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул ҡала ситендәге сүп-сар йыйыу полигонында булды. Ундағы янғын сығыу сәбәптәрен асыҡланы, район хакимиәте етәкселеге менән уны һүндереү юлдары хаҡында һөйләшеү алып барҙы. Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.