Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2021, 12:41

Яңыһы тоҡанмаһын

Быйылғы сәйер йыл күп һынауҙар һалды. Күберәк сит ерҙәрҙәге афәтте күҙәтеп өйрәнгән республикабыҙҙа ла аяныслы хәлдәр йышайҙы. Үҙебеҙҙе алдынғы ҡарашлы, цивилизациялы илдә йәшәйбеҙ, тип һанайбыҙ.  Ә бар донъяны ут ялмауҙа кем ғәйепле – кеше, һаҡлыҡ саралары күҙәтелмәүенән тыш уҫал ниәт менән ут төртөүгә тиклем барып еткәс инде -  аптырарлыҡ хәл. Фото:bash.news

Яңыһы тоҡанмаһын
Яңыһы тоҡанмаһын

“Экология” милли проекты сиктәрендә яңы закондар ҡабул ителә, милли парктар, ҡурсаулыҡтар эшләй, әммә Ер-Әсә кеше эшмәкәрлегенән, тәбиғи ҡануниәтте боҙоуҙарҙан көндән-көн нығыраҡ тонсоға. Үҙебеҙҙе алдынғы ҡарашлы, цивилизациялы илдә йәшәйбеҙ, тип һанайбыҙ.  Ә бар донъяны ут ялмауҙа кем ғәйепле – кеше, һаҡлыҡ саралары күҙәтелмәүенән тыш уҫал ниәт менән ут төртөүгә тиклем барып еткәс инде -  аптырарлыҡ хәл.

Башҡортостанда урман яныуы тетрәндерҙе, тиҙ генә һундерелмәүе лә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекеҙәр тыуҙырҙы, имеш-мимешкә нигеҙ булды.

Бөгөнгә иң көслө янғын күҙәтелгән Хәйбулла районында ике генә сығанаҡ ҡалғанлығы тураһында хәбәр ителә. Янғын һндереүселәрҙән тыш 263 ирекмән ярҙам итә, башта улар 350 кеше ине. Улар һаҡлыҡ һыҙаттарын булдырыуҙа, уттың аша һикермәүен тәьмин итеүҙә булыша. Ҡалған ике сығанаҡтың береһе һүндерелгән тигән яҡшы хәбәр килеп етте, шөкөр, шулай еңеп сығырбыҙ, тик яңыһы барлыҡҡа килмәһен.

Фото:bash.news

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: