Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Декабрь 2021, 13:30

Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

Ҡышҡы һалҡындар етеү менән ҡош-ҡорт, йәнлектәргә ауыр осор етә. Улар һыуыҡтан ғына түгел, күбеһенсә аслыҡтан яфа сигә. Күптәребеҙ ошоға иғтибар ҙа итмәй, һәр кемдең үҙ ғәме, үҙ мәшәҡәте. “Кескәй генә ваҡытында уйнатҡандар ҙа, ҙурая башлағас, бына ферма яғына килтереп ҡалдырып ташлап киткәндәр. Астан үлтермәҫемде беләләр. Ташлар булғас, ниңә алғандар инде”, - тип, һөйләнә ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ысынлап та, мохтаждарға мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек күрһәтеү ялһалма булмаһын ине ул. Танышым ҡоштарҙы ашатыр өсөн ҡышҡылыҡҡа өс биҙрә көнбағыш орлоғо алып ҡуя ла, иртәнсәк көн дә сүмес менән үҙе әҙерләгән таҡта өҫтәлгә сығарып һала. “”Сталауай”ға килгән ас турғайҙар башта бер уҙарҙан ем сүпләй. Туя башлағас, уларҙа ҡомһоҙлоҡ тойғоһо уяна, бер-береһен суҡый, ҡыйырһыта башлайҙар. Шыршы һайыҫҡаны, ҡыҙылтүш турғайҙар ҙа килеп һыйланырға ярата. Бер көндө хатта тумыртҡа килеп ҡунған ине”, - тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша ул. Гәзитебеҙҙең дуҫы Хәлиҙә Шәйәхмәтова ҡыҙы Рима менән күп ҡатлы йорттар янына эйәләшкән күгәрсендәрҙе һыйларға ярата. Ҡулға өйрәнгән ҡошсоҡтарға исемдәр ҙә ҡушҡандар хатта. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ә һеҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙмы? Һеҙҙән фотолар һәм мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!

Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

Ҡышҡы һалҡындар етеү менән ҡош-ҡорт, йәнлектәргә ауыр осор етә. Улар һыуыҡтан ғына түгел, күбеһенсә аслыҡтан яфа сигә. Күптәребеҙ ошоға иғтибар ҙа итмәй, һәр кемдең үҙ ғәме, үҙ мәшәҡәте. “Кескәй генә ваҡытында уйнатҡандар ҙа, ҙурая башлағас, бына ферма яғына килтереп ҡалдырып ташлап киткәндәр. Астан үлтермәҫемде беләләр. Ташлар булғас, ниңә алғандар инде”, - тип, һөйләнә ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ысынлап та, мохтаждарға мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек күрһәтеү ялһалма булмаһын ине ул.

Танышым ҡоштарҙы ашатыр өсөн ҡышҡылыҡҡа өс биҙрә көнбағыш орлоғо алып ҡуя ла, иртәнсәк көн дә сүмес менән үҙе әҙерләгән таҡта өҫтәлгә сығарып һала. “”Сталауай”ға килгән ас турғайҙар,  башта бер уҙарҙан ем сүпләй. Туя башлағас, уларҙа ҡомһоҙлоҡ тойғоһо уяна, бер-береһен суҡый, ҡыйырһыта башлайҙар. Шыршы һайыҫҡаны, ҡыҙылтүш турғайҙар ҙа килеп һыйланырға ярата. Бер көндө хатта тумыртҡа килеп ҡунған ине”, - тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша ул.

Гәзитебеҙҙең дуҫы Хәлиҙә Шәйәхмәтова ҡыҙы Рима менән күп ҡатлы йорттар янына эйәләшкән күгәрсендәрҙе һыйларға ярата. Ҡулға өйрәнгән ҡошсоҡтарға исемдәр ҙә ҡушҡандар хатта.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ә һеҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙмы? Һеҙҙән фотолар һәм мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!

Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: