Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Июнь 2022, 17:00

Йәшеллек күҙҙе иркәләй

Яҙын яуған ямғырға ауыл хужалығы эшсәндәренән тыш, иң ҡыуанғаны урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре булғандыр. Беренсенән, ер дымға туйынды, икенсенән, көндәрҙең һалҡынса тороуы былтыр ағастарға ябрылған парһыҙ күбәләгенең артыҡ таралыуына ирек бирмәне. Әммә ул бөжәк юҡҡа сыҡты тигәнде аңлатмай. Көндәр йылы, ҡоро торһа улар тиҙерәк үрсер ине. Был ҡарышлауыҡтың “йәшел ҡалҡан”ыбыҙға килтергән зыяны тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Парһыҙ күбәләк 300 төрҙән артыҡ үҫемлеккә зыян килтерә, уларҙың күбеһе япраҡлы үҫемлектәр. Уның ҡорто күберәк емеш ағасын ашай, ҡайынға, имәнгә, йүкәгә һәм башҡа ағастарға күсә. Йомортҡанан яңы ғына сыҡҡаны ағас олоно буйлап өҫкә үрмәләй, япраҡтарҙы тишкеләй, унан һуң япраҡтар ергә ҡойола. Аҙыҡ етмәгәндә ағас олонон, бөрөләрен кимерә.

Яҙын яуған ямғырға ауыл хужалығы эшсәндәренән тыш, иң ҡыуанғаны урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре булғандыр. Беренсенән, ер дымға туйынды, икенсенән, көндәрҙең һалҡынса тороуы былтыр ағастарға ябрылған парһыҙ күбәләгенең артыҡ таралыуына ирек бирмәне. Әммә ул бөжәк юҡҡа сыҡты тигәнде аңлатмай. Көндәр йылы, ҡоро торһа улар тиҙерәк үрсер ине.

Был ҡарышлауыҡтың “йәшел ҡалҡан”ыбыҙға килтергән зыяны тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Парһыҙ күбәләк 300 төрҙән артыҡ үҫемлеккә зыян килтерә, уларҙың күбеһе япраҡлы үҫемлектәр. Уның ҡорто күберәк емеш ағасын ашай, ҡайынға, имәнгә, йүкәгә һәм башҡа ағастарға күсә. Йомортҡанан яңы ғына сыҡҡаны ағас олоно буйлап өҫкә үрмәләй, япраҡтарҙы тишкеләй, унан һуң япраҡтар ергә ҡойола. Аҙыҡ етмәгәндә ағас олонон, бөрөләрен кимерә.

Стәрлетамаҡ урман хужалығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәров әйтеүенсә, урмандарҙы һаҡлау саралары күрелә, төбәккә ҡараған алты район, дүрт ҡала биләмәһендәге урмандың өстән бер өлөшө, 65 мең гектарҙа урман биологик инсектицидтар менән эшкәртелгән. Әлбиттә, бал ҡорттарына зыян һаҡлап ҡалыр өсөн, умартасыларҙы алдан иҫкәрткәндәр. Урмандарҙа бәшмәк йыйыуҙан тыйылып торорға ла кәрәк.

Мәләүез урмансылығында көҙҙән йәшеренеп ҡалған парһыҙ күбәләкттәрҙе юҡ итеү маҡсатында 2790,5 гектарҙа ағастар эшкәртелгән, Воскресенский урмансылығында  12516,7 гектар майҙанда инсектицидтар һиптерәсәктәр.  Урмансылар әйтеүенсә, ул кисен елһеҙ ваҡытта, ер менән һауа температураһы тигеҙләшкән ваҡытта һиптерәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәттең, урмандарыбыҙҙың һағында торғандарға эш етәрлек.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: