Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Июнь 2022, 12:35

Сабылған үләнде ҡайҙа ҡуйырға?

Был һорау менән беҙгә халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Үҙ ихатаһында, ер участкаларында үҫкән үләнде сүп-сар контейнерына ташларға ярамағанын һәр кем белә.

Сабылған үләнде ҡайҙа ҡуйырға?
Сабылған үләнде ҡайҙа ҡуйырға?

Был һорау менән беҙгә халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Үҙ ихатаһында, ер участкаларында үҫкән үләнде сүп-сар контейнерына ташларға ярамағанын һәр кем белә. Быйылғы ямғырлы йылдың көнүҙәк мәсьәләһенә Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир УРАЗИНБӘТОВ асыҡлыҡ индерә:

- Үҙ биләмәләрендә, ер участкаларында сабылған үләнде сүп-сар майҙансығында урынлашҡан контейнерға ташларға ярамағанын халыҡ белә. Беҙҙең биләмәгә ҡараған Ҡотош, Тамъян һәм Ташлыкүл ауылдарында сабылған үлән, киҫелгән ағас ботаҡтарын йыйып яндырыу өсөн махсус урындар булдырылған. Киләсәктә улар башҡа ауылдарҙа ла барлыҡҡа килер тип күҙаллана. Беҙ уларҙы тәғәйен ергә йыйып тороп, һуңынан махсус соҡорға алып китәбеҙ. Башта ут таралмаһын өсөн уның тирә-яғын трактор менән һөрөп, янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәре күҙәтеүе аҫтында, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп яндырабыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Фото интернеттан. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: