Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Ноябрь 2023, 20:05

Магазинда илаған балаларға әкиәт

Әкиәт тулыһынса: 

Магазинда илаған балаларға әкиәт
Магазинда илаған балаларға әкиәт
Борон-борон заманда йәшәгән ти бер ҡуян. Бер заман ул әсәһе менән урамға сыҡҡан. Магазин эргәһенән үтеп барғанда: «Әсәй, миңә ошонда һатылған ҡәләмдәрҙе алып бир әле”,- ти. Әсәһе: «Аллаһы бойорһа, атайың аҡса эшләп ҡайтҡас, иртәгә алырбыҙ, йәме”.
Ҡыҙыҡай: “Миңә хәҙер үк кәрәк, Аллаһ бирмәһә лә кәрәк, хәҙер үк тип илай башлаған. Уның ҡысҡырғанын төлкө ишетеп ҡалған. “Бәй, нимәгә мыжый ул? Ә-Ә, ҡәләм тиме? Магазинда матур ҡәләмдәр һаталар икән, үәт, белдем!»
Иртәгеһен ҡуян әсәһе менән шул магазинға барған. Тик... һатыусы ул ҡәләм юҡ инде тигән. Өлгөр төлкө алып китте бит ти икән.
Әсәһе: «Эй балам, һин ҡысҡырып илап һорағас, төлкө ишеткән дә ҡуйған. Шым ғына, матур итеп һораһаң бер кем ишетмәҫ ине. Аллаһ бирһә тип әйтмәһәң булмай ҙа ҡуя шул, балам».
Бер нисә көн үткәс, ҡуяндар тағы урамға сыҡҡан, магазинға ла ингәндәр. Был юлы ҡуянһылыу бик матур күлдәк күреп ҡалған. Кейеп тә ҡараған. Килешеп тора икән үҙенә. Итәктәре күпереп тора, зәңгәр генә сәскәләре, кеҫәләре, ҡайышы бар. Уны кейеп бейеүе лә уңайлы, ти. Әсәһенә: «Әсәкәйем, Аллаһ бирһә, миңә ошо күлдәкте һатып алырһыңмы икән? “Эй, сабыйым, әлбиттә, алырбыҙ. Атайың аҡса эшләп алып ҡайтһын да, йәме?”
“Ярар, әсәй”,- тигән аҡыллы ҡыҙ.
Мөйөштә генә боҫоп торған төлкө ҡуяндың тағы нимә һорағанын нисек кенә тырышмаһын, ишетә алмаған. Иртәгәһенә матур күлдәк ҡуяндыҡы булған да ҡуйған.
Г. Йосопова.
Лена Хәйруллина фотоһы.
 
 
Автор:
Читайте нас: