

Шәйхетдин исемле атаһы ауылда ат ҡараусы булып эшләгәнлектән, кескәй улы Ғәлим уға эйәреп йөрөгән, ваҡ-төйәк эштәрҙә булышҡан. Йәй көндәрендә аттарын һыу эсерергә йылғаға алып төшкән.
Бер көндө иртән юртаҡтарын йылғаға төшөргәндә бер нисә аттың ялы, ҡойроҡтары бик матур итеп үрелеүгә иғтибар итә малай. Был хаҡта атаһына әйтә. Шәйхетдин ағай иһә мыйыҡ аҫтынан көлөп:
— Һин кисә йоҡлағанда, матур булып күренһендәр өсөн, үҙем барып үреп ҡайттым, — тип яуаплай. — Тик таҫма тағырға ғына онотҡанмын.
Дөрөҫ, яратҡан атының ялын һарай эйәһе үрә, тигәнде Ғәлимдең ололарҙан ишеткәне була. Атаһы иһә, улын, ҡурҡып, аттар ҡарашырға бүтән йөрөмәҫ, типтер инде, һүҙҙе һәр ваҡыт шаярыуға бора.
Ғәлим бабай үҙе был ваҡиғаны бына нисек иҫкә ала:
— Ана шул ат юлын киҫеп, кескәй инеш аға, уның аша күпер һалынған. Күперҙә эйәләр бар тип һөйләйҙәр ине. Үҙем дә шул тирәнән үткәндә ниндәйҙер шомло тауыштар ишетәм, ул саҡта ҡурҡҡанға ғына шулай тойолалыр, тип уйлай инем.
Бер ваҡыт көҙгө һалҡын көндө күршебеҙ Ҡәҙим ағай утын алып ҡайтыр өсөн атайҙан ат алып торҙо. Эш бөтөп, көн кискә ауышҡас, көслө ямғыр яуа башланы. Ҡараңғы төшкәс кенә атты туғарырға алып киткән Ҡәҙим ағайға мин дә ултырып барҙым. Күк күкрәй, ялт-йолт йәшен йәшнәй. Мин ҡурҡып арба төбенә йылышам, тик ябынырға бер нәмә лә юҡ. Ҡәҙим ағайҙың башында ҡул менән тегелгән һәләмә генә кәпәс һымаҡ бер әйбер, өҫтөндә ҡыҫҡа бишмәт ине. Бына эйәле күпергә лә килеп керҙек. Шул саҡ атҡа бер тонна йөк һалдылармы ни, кинәт кенә туҡталды да ҡалды!
Атларға тырыша мәхлүк, тик ҡуҙғала ла алмай. Арба артына күҙ ташлаһаҡ, унда биш йәштәр самаһында һап-һары сәсле яланғас ҡыҙ бала ултыра, үҙе илай, үҙе дер килеп ҡалтырай.
— Бабай, өшөйөм, ҡуйыныңа керетсе, — ти был. Ҡәҙим ағай бишмәтен систе лә, баланы йәлләп, шуға төрҙө. Минең күҙем ҡыҙҙа. Кейеме ямғырҙа сыланмаһын тип, һалып ҡулына тотҡан тиер инең, ҡулында бер нәмәһе лә юҡ, үҙе өшөгәнгә лә оҡшамай, юрый ғына ҡалтыраған кеүек. Ҡәҙим ағай иһә бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Мин дә аптырауҙан өнһөҙ ҡалдым.
Шул саҡ теге кыҙ яңынан телгә килде:
— Бабай, өшөйөм, зинһар, ауыҙыңа индер, — тимәһенме шул саҡ. Ҡәҙим ағайҙы ҡорт саҡтымы ни, кинәт кенә ҡыҙҙы иңдәренән алды ла, әллә ниндәй оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенеп, бар көсөнә ергә атып бәрҙе һәм:
— Олаҡ, иблис! — тип ҡысҡырҙы.
Ҡыҙ барып төшкән ерендә юҡҡа сыҡты. Кинәт йәшен йәшнәне, күк күкрәне һәм, ни ғәжәп, ҡыҙ юҡҡа сыҡҡас, ат та тиргә батҡан килеш атлап китте. (Һүгенһәң, зәхмәт ҡағылмай икән, имеш).
—Бына бит, эйәле күпер икәнен бөтөнләй онотҡанмын. Уйламайынса ҡуйыныма кереттем бит өрәкте, әллә ниҙәр булыр ине. Хоҙайым, үҙең һаҡла,— тине Ҡәҙим ағай.
Мин, кескәй бала, ҡайтҡас, был хәлде атайға һөйләнем. Ул иһә, күпергә яҡынлашыу менән белгән доғаларығыҙҙы уҡырға кәрәк ине, эйәле бит ул, Ҡәҙимгә бер-бер хәл булмаһа ярар ине, тип борсолоп, ашығып уларға кереп китте.
Ҡәҙим ағай ҡайтыу менән сирләп йығылған. Оҙаҡ ятты ул. Белемсе әбейҙәрҙән дә өшкөрттөләр. Улар иһә, шайтан зәхмәте ҡағылған, ярай әле өрәкте ергә осороп өлгөргән, юғиһә үлер ине, тинеләр. Был хәлдән һуң оҙаҡ йәшәне Ҡәҙим ағай. Әммә, зәхмәтте ҡуйынына индереү сәбәпле, арҡаһы сығып, бөкөрәйеп ҡалды.
Бына шундай иҫтәлек. Был хәлгә ышаныу-ышанмау - һәр кемдең үҙ ихтыяры.
Розалия ҒӘЛЛӘМОВА,
Балтас районы.
Сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_156344