Бөтә яңылыҡтар

ӨРӘК ... МӨХӘББӘТЕ (Булған хәл. Аҙағы) Мөҙәрис Багаев

- Хәмзә ағай ревәлүсийәгә тиклем ҡайҙалыр ситтә йөрөгән. Аҡтар-ҡыҙылдар һуғышынан һуң мәрйә ҡатыны менән ун йәшлек ҡыҙы Йәмиләне эйәртеп ауылға ҡайтып төштө. Шунда уҡ атаһының буш торған өйөн һүтеп ташлап, урынына ҡарағастан бына тигән анау йортто һалып инде.

ӨРӘК ... МӨХӘББӘТЕ (Булған хәл. Аҙағы) Мөҙәрис Багаев
ӨРӘК ... МӨХӘББӘТЕ (Булған хәл. Аҙағы) Мөҙәрис Багаев

Ул саҡта был йорт ауылда иң күркәме ине. Мал аҙбарҙары ла, келәт тә төҙөттө.Үҙе күпләп мал да аҫыраны, улар менән кәсеп тә итте. Ҡатыны Маруся еңгә йәшелсә, картуф үҫтереп һатыу итте. Ләкин мәрйә еңгә бында оҙаҡ йәшәмәне – икенсегә бәпесләй алмай үлеп китте. Хәмзә ағай ҡабаттан өйләнмәне, ҡыҙы менән икәү генә йәшәне. Минән биш йәшкә өлкән Йәмилә апай төҫ-башҡа хәтәр сибәр ине. Күҙҙәре зәп-зәңгәр, һарғылт сәс толомдары ергә һөйрәлә яҙып йөрөй, йөҙө ап-аҡ – торғаны менән ысын кәртинкә инде. Әммә Хоҙай уға сибәрлекте артығы менән бирһә лә, һаулыҡты йәлләгән булып сыҡты. Мине һәр саҡ үҙенә эйәртеп, бергә уйнатып йөрөгән ҡыҙҙың ун ике йәшендә аяҡтары йөрөмәй башланы. Ҡалған ғүмерен урында ғына ятып үткәрҙе, бахырҡай. Хәмзә ағай ҡыҙын тәрбиәләргә бер аҫрау ҡарсыҡты тотто. Йәмилә апайға ун ете йәш тулғанда атаһы ла ҡаты ауырып түшәккә йығылды. Үлер алдынан ауылда ситән өйҙә бик ярлы йәшәгән ҡәрҙәш тейешле Әптрәй ағайҙы саҡыртып ала ла: “Йортомдо, бар мал-мөлкәтемде һиңә ҡалдырам, тик ҡыҙымды әҙәмсә тәрбиә ит”, -тип тегенән анттар әйттерә. Ул вафат булыу менән Әптрәй ағай бисәһе Хөсниә менән күсеп килә һалдылар. Әптерәй ағай үҙе йыуаш, ипле генә кеше булһа ла ғүмер бала табып, бағып та ҡарамаған ҡатыны бик уҫал, яһил ине. Ул Йәмилә апайға бөтөнләй изгелек күрһәтмәне. Йүнләп аҫтын да алмаштырманы, ас та тотто, гел имгәктән һалдырып әрләне. Шулай ярты йылдай йәшәгәс, йәй көндәренең береһендә Әптерәй ағай Йәмилә апайҙы күтәреп алып сығып егеүле арбаға һалды ла: “Ныҡ ауырып китте, ҡалаға бальнисҡа апарам”, -тип ауылдан сығыу яғына йүнәлде. Шул китеүенән Йәмилә апай ҡабат ҡайтманы. Ә Әптерәй ағай бер нисә көндән һуң әйләнеп “Йәмиләне духтырҙарға ҡалдырҙым”,-тип һөйләнеп йөрөнө. Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, һәр төн һайын күрше йортта тауыш сығар булып китте. Бер төндө ҡобараһы осҡан, сәсе-башы туҙған Хөсниә еңгә беҙгә килеп инеп: ”Ҡотҡарығыҙ бер үк! Йәмилә аяҡланып бальнистан ҡасып ҡайтҡан да, төндә килеп мине быуырға тотондо. Үҙе ап-аҡ кейемдә”, -тип яр һалырға тотондо. Атайым менән әсәйем уны саҡ тынысландырып өйөнә илтеп ҡуйҙы. Икенсе төндө беҙҙең ҡотто алып, күршелә мылтыҡ тауышы яңғыраны. Йүгерешеп сыҡһаҡ, ишектәре төбөндә ҡанға туҙып аҡ күлдәк-ыштан ғына кейгән Әптерәй ағай ята. Бер яҡ ситтәрәк тас салҡан ҡулына мылтыҡ тотоп Хөсниә еңгә тәгәрәгән. Уның да йөрәге ярылып йән биргән булып сыҡты. Атайым был фажиғә хаҡында: “Күрәһең, аҡ күлдәк-ыштанда тышҡа сыҡҡан ирен Йәмилә тип атҡан еңгә”, -тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
Һуңынан, көҙ аҙағында атайымдың әсәйемә: “Атымды эҙләп ғүмер әҙәм аяғы баҫмаған Атау йырынына барып сыҡҡайным, тырым-тыраҡай туҙышып ятҡан кеше һөйәктәренә тап булдым – Йәмиләнеке булманымы икән? Әптерәй шунда ҡалдырып китһә, мәйетен кейек-ҡош тәләфләгәндер”, -тигәнен, ә әсәйемдең: “Ҡаланан өс көндә саҡ әйләндем тип һөйләнеп йөрөһә лә, шул киткән төндө үк урамдарына атлы арба ингәнен һиҙгәйнем шул. Әптерәй Хөсниә ҡотҡоһо менән эшләгән инде быны”, -тип әйткәнен ишетеп ҡалдым. Яуызлыҡтары баштарына етте, Йәмилә ҡон ҡайтарҙы, күрәһең. Йәмилә апайҙың әрүахы, шулай уҡ бында булып үткән фажиғә хаҡында ишетеп-күргәс ауыл халҡы буш ҡалған йортҡа ымһынманы ла. Мал-мөлкәтен шул йылда төҙөлгән колхозға алдылар. Минән башҡаларға күренмәгәс, күрше йорттоң буш тормауын, унда Йәмилә апайҙың өрәге булһа ла йәшәүен берәү ҙә белмәй ҙә. Хәҙер инде икәү генә беләбеҙ”, -тип тамамланы һүҙен Минзифа инәй. “Уны тынысландырыу өсөн нимә эшләйбеҙ һуң? Бер яйы бар тигәйнең бит”, -тип инәйгә ялбарыулы ҡарашымды төбәнем. “Әйҙә, көрәк алып Атау йырынына барайыҡ. Имен булһа һөйәктәрен йыйып ер ҡуйынына һалайыҡ. Мәйете күмелмәгәнгә күптән күккә күтәрелеп ожмах ҡошона әүерелмәй, ер йөҙөндә аҙашып йөрөйҙөр уның рухы”,- тип ул мине алып сығып китте. Йырында оҙаҡ ҡына эҙләнеп йөрөп, бар булған һөйәктәрҙе йыйып ергә күмгәс Минзифа инәй күп итеп доғалар уҡыны.
Шунан өрәк юҡҡа сыҡты. Күрәһең, Минзифа инәй юрағанса күккә олғашып, ожмах ҡошона әүерелгәндер…
Минзифа инәй үҙе лә күптән мәрхүмә инде.
Ә минең Гөлнурым – күҙ нурым менән беҙ бергә.
Мөҙәрис Багаев.

Сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_156225

Автор:
Читайте нас