Был яҙасаҡ ваҡиғалар беҙҙең замандан теүәл йөҙ йыл элек Ғафури районы Иҫке Тайыш ауылында булған. Ҡот осҡос һәм фәһем алырлыҡ хәлдәр ул. Беҙ үҫкән саҡта астайыш, кеше ашаусылар тигән һүҙҙәрҙе һәр кем белә ине. Яҙмаларға күптән тотонорға ниәтләнһәм дә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Тарих онотола бит ваҡыт үтеү менән. Яҙмалар Иҫке Тайыш ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Ваһапова (ҡыҙ фамилияһы Яҡупова) Менеүәрә Зәйнулла ҡыҙы һөйләгәндәренә һәм үҙемдең белгәндәргә таянып яҙылды.
Революция, граждандар һуғышынан һуң илдә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Беҙ яҙған ваҡиғалар 1921-1923 йылдар арауығында булып үтә. Бына шул XX быуаттың 20-се йылдар башында Иҫке Тайыш ауылында тотош бер ғайләне тотоп ҡулға алып китәләр. Ауылда яңғыҙ йөрөгән кешеләрҙе керетеп, мал урынына үлтереп, һуйып ашаған улар. Менеүәрә еңгәнең хәтирәләренә ихтибар итәйек.
“Ул ваҡытта олатайым Яҡупов Хәйретдин Фәхретдин улы ауылыбыҙҙың старостаһы булған. Үҙе менән пүнәтәйҙәрҙе алып быларға киләләр. Баҙға төшә торған ерҙә бер таҡтаһы алынған була, баҙ асыҡ торған. Кешеләр менән шул баҙға төшөп ҡараһалар бер кеше башы, аяҡ-ҡулдар ятҡан була. Шул кеше ҡалдыҡтарын биҙрәләргә тултыралар. Кеше ашаусы ғайләне бөтә балалары менән ауыл буйлап рисуай итеп сыбыртҡы менән туҡмап йөрөтәләр. Ауылда өс мәхәллә була. Мәсеттең баҙына быларҙы бикләп ҡуялар”.
Бер нисә көндән ауылға хәрби отряд менән милиция килеп етә. Бөтә Иҫке Тайыш, Ташаҫты һәм Имәндәш халҡы урамға сыға. Тегеләрҙе урам буйлап алып китәләр. Төрлө иҫәп буйынса ундан алып ун өскә тиклем эреле-ваҡлы балалары ата-әсәһенә эйәргән. Ошо ваҡытта тағы бер хәтирәләргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Имәндәш ауылында Сәғиҙә әбей Ваһапова беҙ йәш саҡта һөйләгәндәренән. Ул заманда уның йәш ҡыҙ сағы.
“Урам буйлап теҙеп алып киттеләр. Кешеләр уларға ҡулдарына нимә эләгә шуның менән бәрҙеләр, һуҡтылар. Һалдаттар мылтыҡ тотҡан ине. Был кешеләрҙе бер кем йәлләмәне. Үҙҙәрен бар урамды яңғыратып ҡысҡырттырып алып барҙылар. “Беҙ кеше ашаныҡ, беҙҙең һымаҡ булмағыҙ, беҙҙең һымаҡ булмағыҙ!” тип ҡысҡыралар ине былар”.
Был кеше ашаусыларҙың сығышы ҡайҙан булған? Берәүҙәр Тайыштыҡы тиҙәр. Менеүәрә еңгә әйтеүенсә улар ауылға ҡайҙандыр Толпар яғынан килеп кергән. Ауылдың Өлтөн тауы янында аҫҡы урамда соҡор буйында йәшәгәндәр. Ауыл халҡы менән аралашмағандар. Шуға теүәл генә мәғлүмәт һаҡланмаған. Халыҡ әйтеүенсә үҙҙәренең 10-дан артыҡ балаһы, тағы ниндәйҙер 10-11 йәшлек эйәрсән малайҙары ла булған. Халыҡ аслыҡтан йонсоғанда улар көн дә ит ашаған. Алдан әйтеүемсә илдә ҡаты аслыҡ хөкөм һөргән ваҡыттар.
“Бер көндө Тутыя исемле бәләкәй генә ҡыҙ бала шуларға бара. Барып ингәс тә уға урындыҡтан урын биреп, ашатып-эсереп алалар. Ятып ял итеп тор, беҙҙә ҡал, ҡайтма, беҙ һине гел ашатып торорбоҙ, тиҙәр. Бер бәләкәй ҡыҙҙары Тутыяның беләген тотоп атаһына «Мин ошо ерен генә ашармын йәме» тип әйтә. Йорт хужаһы ултырған яҫтыҡ аҫтында ҙур бысаҡ йылтырағанын күргән Тутыя сығып ҡаса. Йүгереп өйөнә ҡайтһа бер кем дә юҡ икән. Ҡото осҡан ҡыҙ бала минең оләсәйемдәргә килә лә, илап-илап күргәндәрен һөйләп бирә. Шунан һуң олатайымдар барып баҫа ла инде уларҙы”- хәтирәләрен Менеүәрә еңгә дауам итте.
Гөлбикә оләсәһе һөйләүенсә улар ауыл кешеләренә тейергә баҙнат итмәгән. Гел ситтән килгән, үтеп барған, хәйерселәп йөрөгән кешеләрҙе тотоп ашағандар. Соҡор буйында йәшәгәс, кеше ҡалдыҡтарын шул соҡорға күмгәндәр. Аҙаҡ унан әллә күпме кеше һөйәктәре табылған. Оҙаҡ йылдар үткәс тә шул урында фосфор сығып уттай янған. Кешеләр ен, убыр бар унда тип һөйләр булған.
Был ғайлә киткәндән эҙҙәре юғала. Әйтеүҙәренсә ололарын атҡандар, ә балалар бәлки берәй приютҡа тапшырылғандыр. Ә халыҡ хәтерендә мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Бар Иҫке Тайыш халҡына йәбешеп ҡала “астайыш” ҡушаматы. Ауыл халҡының бер ғәйебе булмаһа ла. Имәндәштә мәктәптә уҡыған осорҙа уларға шул ҡушаматты һәр береһе әйтә. Ас тайыштар астан үлә, киттек ҡәбер ҡаҙырға тип тә ебәрәләр. Сәйетбабаға китапҡа барһалар унда ла иҫтәренә төшөрәләр. Хәҙер нисә быуын үҫеп сыҡты, әммә ғибрәтле ваҡиғалар төрлө кешеләрҙә һаҡланған. Был да беҙҙең тарих. Юйып ырғытып булмай бик теләһәк тә.
Ваһапов Әхәт Мәхәмәт улы, Ғафури районы Имәндәш ауылы.
сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157193