- Бер генәме? - тип һөйөнә яла яғыусы.
- Бер генә... Өйөңдәге иң ҙур мендәрҙе алып сыҡ та, шуның мамығын урам буйлап тарат.
Ғәйбәтсе эшен бик тиҙ генә атҡарып, хәҙрәт янына тағы килә.
- Бик тиҙ эшләгәнһең, - ти Зәйнулла ишан. - Еңел булдымы?
- Бер ауырлығы юҡ.
- Хәҙер таратҡан мамығыңды йыйып ал. Йыйып бөтөрә алһаң, ғәфү итермен, - ти ишан.
- Был булдыра алмай торған эш. Уны нисек йыйып бөтөрәйем? - ти яла яғыусы аптырап.
- Һүҙҙе лә шулай, - ти хәҙрәт. - Әйтеүе генә еңел...
Сығанаҡ: hakmar.ru