Теге нәмә юҡ булды, ҡурҡып ята торғас йоҡлап киткәнмен. Икенсе көнө, эштән ҡайттымда кухня ла ашарға бешерәм, йоҡо бүлмәһендә шарт итеп иҙәнгә әллә нәмә ҡолап төштө. Йүгереп йоҡо бүлмәһенә индем, бөтә нәмә үҙ урынында, аптырап торһам, кухня ла нимәлер шарт итеп ҡалды. Ҡурҡып ҡалтырап төштөм, тиҙ генә интернеттан "Аятел көрси"не эҙләп табып, ҡысҡыртып ҡуйҙым. Ашау ҡайғыһы китте, йыйындым да, һеңлемә сығып киттем.
Кешелә йоҡлай алмайым бит инде, ҡайттым. Йоҡларға ятҡас та, "Аятел көрси"не телефондан тыңлап яттым. Төндә теге нәмә тағы килде, йоҡо бүлмәһенең ишеге ябыҡ, шуны асырға маташа. Тын алғанына хәтлем ишетеп ятам, шыбыр тир булдым, теге доғаны үҙемдә телефонға ҡушылып уҡыйым. Яҡтыра башлағас китте.
Квартираға ҡайтырға ҡурҡыта башланы, кемдер мине мөйөштә ҡарап торған һымаҡ. Еҙнәйем менән апайым килделәр, мин баяғы хәлде һөйләй ҡуйҙым. Еҙнәйем дини кеше, аҙан ҡысҡырҙы. Нисектер мин тынысланып йәшәп киттем.
Ҡыҙым уҡыуҙан ҡайтты, бесәйен алып ҡайтҡайны. Иртәнсәк мин эшкә киттем, ҡыҙым әйтә: һин сығып киткәс, кухня ла берәү йөрөй башланы, хатта бесәй ҡолағын ҡарпайтып тыңлай ти. Бөтөнләй ҡурҡыуға төштөм, аят уҡытырға булдыҡ. Аяттан һуң, тынысланды.
Һуңынан иптәшем эштән ҡайтты, ул хәл онотолдо. Тик ул кире эшкә киткәйне, теге нәмә тағы килде, ишекте шытырлата. Төндә яныма килеп ята. Туғандар минән көлөп бабайың киләме ти башланылар. Ә миндә көлкө ҡайғыһы юҡ, ҡурҡам. Иптәшемә инәләм, икенсе ергә күсәйек тип, ә ул көлә, һине ҡараусы бар тип.
Ҡустымдар килде ғаиләһе менән, йоҡларға ҡалдылар.Бәтәһе лә йоҡлап бөттөләр, бәпәйҙәре йоҡламай илай. Төнө буйы илап сыҡты, инде йоҡлап китте тип, урынға һалһаң, тағы илай. Мин ҡустыма әйтәм, теге нәмә йоҡлатмай быны тип.
Ул квартиранан күсеп киттек, күскәндә ошонда ҡал, эйәртмәйем тинем. Был йортобоҙҙа тыныс, Аллаға шөкөр. Теге нәмә мине "Аятел көрси"не ятлаттырҙы, шуныһына рәхмәт.
Сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157101