һыҙылып ҡына таң атып килгәндә ҡайтырға юлға сыға ,кәзә мотоциклы менән, аруҡ ҡына юл, бак тулы бензин ,ауылға етәрәк бер яңғыҙ ҡайын бар шул тирәгә килеп етмәҫ борон матай бырҡылдап һүнде лә ҡуйҙы тей ,инде аптырап бакты асып ҡараным бензин бар ти, тоҡандырып булмай ҙа ҡуя. Ярай был ергә килеп еткәс этеп ҡайтайым тип этеп китәм генә тигәйнем бер 10 метр тирәһе алыҫлыҡта ялпылдап ер аҫтынан сыҡҡан һымаҡ һындар күренә башланы тей ,ап - аҡ кейемдә ти ,үҙҙәренең сәс ялбыр, күҙҙәре төпһөҙ ҡурҡыныс, ҡапыл кәүҙәм ҡыбырламаныла ҡуйҙы,һындар күбәйгәндән күбәйә тей, оҙон итеп һүҙып бер мәйет һымаҡ бер нәмәне төрөп тотҡандар етеп кенә киләләр тей. Инде баштан ниндәй генә уйҙар үтмәне, матайҙы баҫып ҡарайым, алмай тей, нимә булһа ла булыр тип ҡапыл эткәйнем ҡапыл тоҡанып тегеләрҙең араһына барып индем: ҡайыныһы ҡулды тота, ҡайыныһы аяҡҡа йәбешә тей, саҡ сығып киттем, арттан баҫтыралар, нәмә сәпләйҙәр тей, күҙгә аҡ-ҡара күрмәй ҡайтып индем тей .Икенсе көнөнә шул юлдан үтә бит инде юлым, ҡап- ҡара булып ярылып ята шундай көс менән тартҡандар. Беҙгә ысыныныда ендәр бар ул тип арыуыҡ йылдар үткәс һөйләне.
сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157084