Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш. Тормош. Булған хәл
10 Декабрь 2025, 21:00

Минең танышым һөйләне, бик сәйер әлбиттә...

Танышым бер төш күргән: мәктәптән кластары менән бер ҡалаға экскурсияға ебәргәндәр, мәктәп автобусы мн, шунан кис еткән, ҡайтырға ваҡыт ниңәлер был таныш класташтарынан тороп ҡалған, һәм үҙ юлы менән ҡайтырға тәнҡит иткән

Минең танышым һөйләне, бик сәйер әлбиттә...
Минең танышым һөйләне, бик сәйер әлбиттә...

Электричкаға ултырған артынан бер ҡара плащ кейгән оҙон, ҡулына нимәлер тотҡан, ҡаршыһына килеп ултырған, танышым шөрләп икенсе урынға күскән, был бабай ҡарашын алмаған барыбер. Танышым йәшәгән ҡалаға килеп еткән, йән фарман төшөп электричканан сығып ҡайтыу яғын ҡараған , бөтөн көсө менән йүгергән, артынан бабайҙа ҡалышмаған, һәм үҙенең подъезына ингәс тә теге бабай күҙҙән юғалған, әҙерәк тын алып ял итеп алғас, үҙ этажына менеп ишек шаҡыған, әсәһе асҡан ишекте һәм һорай ти:
-ҡайҙа йөрөнөң һине беҙ 2 йыл көттөк тигән
шунан һуң төшө өҙөлөп, уянған.

 

Ошо төштө күргәндән һуң бер нисә ай үткәс әсәһе бик ҡаты сирләп киткән
ауыр сирләгән , хатта табиптарҙа аңламаған нимә өсөн икәнен.
Ошо сирләгәндән алда әсәһе кемдеңдер түн шубаһын кейеп ҡараған булған, ә ул шубаны сихырлаған булғандар, шул шуба эсендә танышымдың атаһы ойоҡ бәйләгән энә тапҡан туттыҡан(ржавый), нисек тапҡандар алтын балдаҡты епкә ҡуйып ээ эргәһенә алып барғандар һәм шул балдаҡ сайҡала башлаған. танышымдың әсәһе 2 йыл ауырыны ҡаты итеп.
Мин үҙем төштәргә , юрауҙарға ышанған кеше түгелмен. әммә ләкин ниндәйҙер бер сер тота икән төштәр

 

сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157069

Автор:
Читайте нас