Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш. Тормош. Булған хәл
11 Декабрь 2025, 21:00

Ун ике йыл элек булған хәл

Атайҙың 60 йәшен үткәрергә бөтә балалары йыйылдыҡ. Таң менән өлкән ағайым мунса яҡты, мин иң беренсе мунсаға индем, еҫ тейеп ҡолағанмын. Еңгәй күреп ҡалып мунсанан алып сыҡҡан.

Ун ике йыл элек булған хәл
Ун ике йыл элек булған хәл

Улар мине уятабыҙ тип ҡаңғырғанда теге донъяға барҙым. Шундай рәхәт, сылтырап шишмә аға, ҡоштар моңло итеп һайрай, ҡояшлы ,тыныс кына көн ине, үҙем осоп барам шул хәтлем рәхәт . Артҡа ҡараһаң ҡара урман үҫә, ерҙе ҡараһаң аҡ сәскәләр ултыра, тауға яйлап ҡына осоп барам , тау өҫтөндә өс әбей ултыра. Иң өлкән әбей тәхет һымаҡ ултырғыста ултыра. Йөҙө күренмәй, аҡ яулыҡ ябынған, өсөһөлә ап-аҡ кейенгән, икәүһен таныйым, атайҙың әсәйе ултыра ,иң өлкәнене атайҙың өләсәйе Өммөгөлсөм, ә эргәһендә тәпәшерәк кенә әбейҙе таныманым.Минән һорау башланды-:Нимә ҡарап йөрөйһөң ти. Мин :Ҡалай бында рәхәт, ҡалайыммы? тип һорайым. Ике балаңды кем ҡарай, кем үҫтерә, тип мине кире ҡыуа башланылар . Иң өлкән әбей ошо доғаны уҡый алһаң кире ҡайта алаһың тип артынан ҡабатларға ҡушты, мин уҡыным һәм уянып киттем, мин ренимацияла ятам. Ауылдашым Әлиә минең уянғанды күреп,коридорға сыҫып ағай менән еңгәйгә терелде тип әйткән. А бит миңә 7 йәш булғанда ошо доғаны ятла тип өйрәткәйне бит ҡартәсәйем. Хәҙергә ваҡытта 40 йәшлек ҡатынмын,әле лә килеп төшөмдә бер аҡ әбей килеп уҡытып китә. Теге донья бар икән ул.

Сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157046

Автор:
Читайте нас