Машинала барҙыҡ шул урманға яланға сыҡһа кеше иркенләп йөрөй бит инде. Шулай бер Заман бар донъямды онотоп рәхәтләнеп ултырып алдым да еләк йыям. Күрше йыраҡ микән тип күршемде лә ҡарап алам. Урынымдан күсеп икенсе яҡҡа барып ултырҙым. Ултыра биргәс ниндәйҙер сәйер тынлыҡ барлыҡҡа килде тирә яғыма байҡап ултырам бәләкәс кенә ҡыуаҡлыҡтар араһынан нимә менәндер күҙгә күҙ осраштыҡ. Эй ҡурҡтым тәндәрем земберләп китте. Ни тора алмайым ни ҡысҡыра алмайым. Күршемдең мине эҙләп ҡысҡырыуына теге нимә ағастан ағасҡа шәп шәп ырғып күҙҙән юғалды нимә иткәндә аңламаным. Баҡ тиһәң күршемдә күргән булған. Күршем ҡыуаҡлыҡ икенсе яғында ултырған. Ҡайҙа еләк үлән ҡайғыһы китте машинаға ултырҙыҡ та һуҙҙыҡ ауыл яғына.күршемдеңдә күҙҙәре шарҙай нимә булды ул тип йөҙө ап аҡ булған. Нимә булғандыр инде әле һаман уйлата
сығанаҡ https://vk.com/wall-184557435_157177