Өләсәйҙәр ҡара сәйҙе бигерәк яратты инде, хәҙер йәшел сәй эсеүселәр ҙә күбәйҙе. Беренсеһе "дәүлинйә"не күтәрергә ярҙам итһә, икенсеһе - төшөрә. Ҡайһыһы ла дауа инде! Бигерәк тә үҙебеҙҙең яҡта үҫкән төрлө үлән-япраҡтар, емеш-еләк ҡушып бешерелгән сәйҙең сихәте баһалап бөткөһөҙ.
Башҡорттар борондан сәй эсергә яратҡан халыҡ булып танылған. Өйгә ингән бер кешене лә сәй эсермәйсә сығармағандар. "Сәйгә ин", тип саҡырһалар, тимәк, хужабикәнең тәм-том тулы өҫтәле әҙер тора.
"Ҡоро сәй эсергә", тиһәләр, тимәк, бишбармаҡ йә итле ризыҡ ҡына юҡ бындай табында.
Башҡорттарҙың бындай ҡунаҡсыллығы тураһында шундай риүәйәт йәшәй: Хоҙай бер көндә кешеләргә байрамдар таратҡан, ти. Әммә башҡорттарға был хәбәр һуң килеп етә: тауҙар араһында йәшәгән башҡорттар ҡасан йыйынғансы, барғансы, байрамдар таратылып та бөткән. Бик ныҡ ҡайғырғандар, ти. Хоҙай быны күреп: "Ярай, мин һеҙгә ҡунаҡтар ебәрермен, йортоғоҙға ҡунаҡ килеүен байрам тип иҫәпләрһегеҙ. Ҡәҙерләп ҡаршы алырһығыҙ", - тигән.
Сәйгә бәйле бик күп байрамдарыбыҙ һәм йолаларыбыҙ ҙа бар: Кәкүк сәйе, килен сәйе, кейәү сәйе, бишек сәйе, йома сәйе һ.б.
Үҙебеҙҙең башҡорт сәйе мәтрүшкә, боланут, һары мәтрүшкә, ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтарынан, ер еләге, сейә япрағы һәм, иң мөһиме, һөттән тора.
Сәй әҙерләүҙең рәте шулай:
самауырға йомшаҡ һыу һалып, ҡайнатабыҙ;
сәйнүккә ҡара сәй һәм төрлө үләндәр һалабыҙ һәм ҡайнар һыу ҡойоп, самауыр мөрйәһенә ултыртабыҙ;
ике-өс уртлап эсерлек каса йә сынаяҡҡа тәүҙә бешерелгән сәй, шунан һөт, шунан ҡайнар самауыр һыуы ағыҙабыҙ.
Ни өсөн тәүҙә бешерелгән сәй шунан һөт һалырға кәрәк?
Сөнки тәүҙә ҡара, шунан аҡ килергә тейеш. Тормошоғоҙҙа аҡлыҡ-паклыҡ, бәхет өҫтөнлөк итһен өсөн.
Бал, йыуаса, сәк-сәк, ҡыҙыл эремсек, сейәле май, муйыл ҡорото, ҡаҡ һәм башҡа үҙебеҙҙең тәмлекәстәргә ҡушып, "һөрпөлдәтеп" эсәбеҙ!
Сәйегеҙ тәмле булһын!