Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ

Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була.

АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ
АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ

 Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле.


Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп.


 Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ.


 Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була.


 Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй.


 Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ.


 Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар.


 Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған.


 Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй.


 Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ.


 Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына.

Автор:
Читайте нас