Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Минең ҡарт өләсәйем ауыл сихырсыһы булған

Ул 98 йәшкә тиклем йәшәгән

Минең ҡарт өләсәйем ауыл сихырсыһы булғанМинең ҡарт өләсәйем ауыл сихырсыһы булған
Минең ҡарт өләсәйем ауыл сихырсыһы булған

Үлер алдынан, минән һуң был өйҙә бер кем дә йәшәмәһен, юғиһә бәлә килер, тип әйтеп ҡалдыра. Әсәйем һөйләүенсә, уны ерләгәндә ҡойоп ямғыр яуған, ә ҡәберҙе күмеү менән шунда уҡ ҡояш сыҡҡан. Бәлки, был осраҡлылы күренеш булғандыр, белмәйем. 40 көнө үтеү менән уның өйөнә ағайым, ҡатыны һәм бәләкәй балалары күсә. Бер аҙнанан улар бөтәһе лә өй менән бергә янып үлә. Өй шул тиклем ныҡ яна, хатта кәүҙәләренән күмер генә ҡала, уларҙы һуңынан бер табутҡа һалып ерләгәндәр. Янғындың сәбәбен асыҡлай алмайҙар. Аңлатып булмаҫлыҡ хәл, әммә факт.

Автор:
Читайте нас