

Әсәй, ир бала ине, ти. Әсәйем аласыҡта нимәнәндер ҡурҡып йығылған. Ҡан китә башлаған. Атайым уны дауаханаға алып киткн. Әсәй, урланылар, урланылар, тип юл буйы илап барған. Дауахана — күрше ауылда. Унда барып ҡараһалар — бала ятҡылығы ла булмаған. Әсәйгә табиптар бәйләнә башлай, имеш, ул үҙе балаһын төшөргән. Әсәй, ир бала ине, урланылар бит, тип өҙгәләнеп илаған.
Был 1967 йылда булған. Һуңғараҡ әсәй үҙе бының тураһында бер ни ҙә һөйләмәне.