

Инәй ныҡ ҡайғырҙы, көнө-төнө илап, улын саҡыра.
Бер көндө төн уртаһында ишек ҡағалар. Хужабикә ишекте барып асһа: тупһаһында улы тора. Өҫтө-башы лыс һыу, үҙе ап-аҡ, өндәшмәй. «Балам, ҡайттыңмы!» — тип, инәй уны өйөнә индерә, сәй эсерә, йоҡларға һала. Тик улының тәне боҙ кеүек һалҡын була, ә күҙҙәре быяла кеүек, ти.
Иртән тороуына улы юҡ, ә ул ултырған урындыҡта — бер ус зыярат тупрағы һәм һыу эҙҙәре генә ҡалған. Шул хәлдән һуң инәй ҡаты ауырып китә. Үлер алдынан: «Мәрхүмдәр килеп йөрөмәһендәр тиһәгеҙ, артыҡ күп иламағыҙ, уларҙың йәнен тыныслыҡтан яҙҙырмағыҙ», — тип васыят әйтеп ҡалдырған.