Көнгәк
+4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Ен алмаштырған бала

Бер йәш кенә ҡатын балаһын бишектә ҡалдырып, кисен һыуға сығып китә. Саҡ ҡына тотҡарлана.

Ен алмаштырған балаЕн алмаштырған бала
Ен алмаштырған бала
Ҡайтып инһә, балаһы тыныс ҡына йоҡлап ята. Тик шул көндән башлап бала үҙгәрә: иммәй, көнө-төнө туҡтамай илай, күҙҙәре кешенеке кеүек түгел, ә ниндәйҙер ҡарттарҙыҡы кеүек үткер һәм серле була башлай. Үҙе үҫмәй, тик башы ғына ҙурая икән.
Өлкәндәр эштең нимәлә икәнен һиҙеп ҡала: «Был кеше балаһы түгел, ен балаһы менән алмаштырғандар!» — тиҙәр. Ошо хәлдән ҡотолор өсөн, ҡатынға баланы мунсаға алып инергә һәм мейес алдына ултыртып: « Минең балаңы килтермәһәң, һинекен мейескә яғам!» — тип әйтергә ҡушалар.
Ҡатын баланы мунсаға алып инеп, шулай тип әйтә башлағас, ҡапыл мейес артынан ҡурҡыныс тауыш менән илаған тағы бер бала тауышы ишетелә. Шул саҡ ҡара шәүлә һыҙғырып үтеп китә: алмаш баланы алып китә, ә урынына иҙәнгә теге ҡатындың үҙенең алһыу биттәре татлы йоҡоға талған балаһын ҡалдыра. Ен балаһы үҙенең ҡурҡыныс ҡиәфәтенә керә, берәү: «Мейескә яҡма, мә балыңды!» — тип ҡысҡырып ғәйеп була.
Шуға күрә, боронғолар бала янына һәр ваҡыт тимер бысаҡ, ҡайсы йәки ҡурсалаусы доғалар ҡалдырыр булған.
Автор:
Читайте нас